Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 26.

25 2022 «Ватандаш» №7 инструкторлыҡта оҙаҡ эшләргә яҙмай уға. Хатта ул эштең тәмен дә, әрен дә татып өлгөрмәй ҡала. Башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмалары араһында үҙенсәлекле урын биләгән, халыҡ яратып уҡыған «Һәнәк» журналына мөхәррир итеп тәғәйенләүҙәре Тәлғәт Сәғитов яҙмышындағы сираттағы һынау, көтөлмәгән боролош була.

Бер яҡтан, танылған әҙиптәрҙән торған редакцияға ебәреүҙәре аңлашылған һымаҡ. Яҙыусылар ойошмаһында ижад кешеләре менән эшләргә өйрәнгән, шунда алған тәжрибәһе зыян итмәҫ, тигәндәрҙер инде. Икенсенән, матбуғат – идео- логия сараһы, партияның иң ыша- ныслы, тәьҫирле ҡоралы. Тәлғәт Сәғитовтың был йүнәлештәге әҙерлеген яҡшы беләләр. Ул ВЛКСМ өлкә комитетында йәштәр һәм балалар матбуғаты курато- ры булараҡ уңышлы, иҫкәрмәһеҙ эшләгәйне.

Ҡәләмдәре үткер «Һәнәк» хеҙ- мәткәрҙәрен көнүҙәк темаларға арналған фельетон, пародия, памфлет, карикатураларға эпиг- раммалар яҙырға өйрәтеү их- тыяжы юҡ. Ә инде тәнҡит уты- на алынған йәмһеҙ күренеш- ваҡиғаларҙың, етешһеҙлектәрҙең ышаныслылығын, дөрөҫлөгөн тәьмин итеүгә автор менән мөхәррир яуаплы. Етәксе шулай уҡ уңайлы эш шарттары булдырыуҙы, журналдың тиражын арттырыуҙы, командиров- калар ойоштороуҙы хәстәрләргә тейеш. «Һәнәк»тә ҡолас киреп эшләргә насип булмай Тәлғәт Ниғмәтулла улына – ике йыл тулыр-тулмаҫтан уны тағы өлкә комитеттың идеология буйынса секретарына саҡырталар. Кабинеттан ул яңы вазифаға – Башҡорт АССР-ы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйеслегенә фати- ха алып сыға.

Мостай Кәримдең 80 йәшен билдәләгәндә. Һулдан уңға: Урал Ураҡсин, Александр Филиппов, Тәлғәт Сәғитов, Миҙхәт Мәмбәтов, Ирек Кинйәбулатов. 1999 й.

Миҙхәт МӘМБӘТОВ
Закрыть