Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 25.

2022 «Ватандаш» №7 24 күрә-белә йөрөгәнгә йылы бул- ды осрашыуыбыҙ. ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала-район комитеты ойошторған тантана юғары кимәлдә үтте.

Һынауҙар, боролоштар...

Тиҙҙән беҙ Өфөлә – Совет майҙанындағы ҙур, күркәм бинаның 4-се ҡатында, өлкә комитеттың агитация һәм пропаганда бүлегендә осраштыҡ. Тәлғәт Ниғмәтулла улы – хәҙер инде минең етәксем. Вазифаһына тиҙ һәм еңел инеп китте ул. Ни тиһәң дә, тәүҙә – ошо бинала, аҙаҡ дүрт йыл Ишембайҙа туплаған бай тәжрибәһе һиҙелә ине. Тәлғәт Сәғитов комсомол тормошоноң беҙ һиҙемләмәгән яҡтарына иғтибар иттерергә ты- рышты. Лекциялар, программалар, эш пландары әҙерләгәндә, саралар үткәргәндә комсомолды дөйөм, төҫһөҙ масса тип ҡарамаҫҡа, ә төрлө өлкәләрҙә эшләгән конкрет һөнәр кешеләренең йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәлен, тормош тәжрибәһен иҫәпкә алырға өйрәтте. Бик урынлы һабаҡ булды беҙгә.

Тәлғәт менән өлкә комитетта бергә оҙаҡ эшләргә яҙманы. Яҙмыш төрлө һуҡмаҡтарҙан йөрөтһә лә, коллегалыҡ, рухи яҡынлыҡ бер- беребеҙҙән биҙҙермәне, араларҙы һыуыттырманы. Алтмыш йылдан ашыу юғалтышмай, хәл-әхүәл беле- шеп, матур аралашып йәшәнек, тор- мош һикәлтәләрендә бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ. Шөкөр, әле лә шулай.

Комсомол дәүерендә КПСС өлкә комитетының кадрҙар но- менклатураһына эләккәндән һуң Тәлғәт Сәғитовтың яҙмыш дил- бегәһе партия ҡулына күсә. «Хәтер ипкендәре»ндә ошондай юлдар бар: «Халыҡта «кеше кешеһе» тигән һүҙ бар. Мин дә шул кеше (пар- тия) кешеһе булғас, фирҡә ҡайҙа ебәрә, шунда бараһың». КПСС өлкә комитетының тәүге ҡарары Тәлғәттең юлын уйламаған яҡҡа бора. Республика комсомолының төп идеологын бер көн тоталар ҙа Яҙыусылар берекмәһенә ойош- тороу мәсьәләләре буйынса сек- ретарь итеп ебәрәләр. Сәбәбен, маҡсатын аңлатып тормайҙар. Уйлана, икеләнә, һыҙлана торғас, халыҡҡа йоғонтоһо көслө, абруй- лы ижади ойошмала эшләүҙең ҙур мәртәбә булыуы хаҡындағы һығымтаға килә. Шулай үҙен ты- нысландыра яңы сәркәтип. Йәнле, дәртле комсомолдан һуң союздағы һиллеккә, мөхиткә өйрәнеп китеүе еңел булмай. Эш планына күҙ һалыу менән бында ла ҡул ҡаушырып ултырмаясағын аңлай ул. Яҙмышында партия ҡушыуы буйынса яһалған аҙым-үҙгәреш- тәрҙең тәүгеһе лә, һуңғыһы ла бул- май әлегеһе. Ҡайҙа ғына тәғәйен- ләмәһендәр, уның кешелекле, намыҫлы, яуаплы булыуы, ойош- тороу һәләте кеүек сифаттары, тармаҡтың проблемаларын тиҙ аңлауы, ҡабул иткән ҡарарҙарының актуаллеге эшлекле, берҙәм мөхит, яңы етәксегә ҡарата өмөт һәм ыша- ныс тыуҙыра.

Яҙыусылар союзынан һуң өлкә комитеттың мәҙәниәт бүлегендә ЗАМАНДАШ
Закрыть