Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 24.

23 2022 «Ватандаш» №7 Өлкә комитеттағы коллегалары, Өфө ҡалаһының активы менән аралашыуҙарҙан, үткәрелгән сараларҙан күп нәмәгә өйрәнә йәш инструктор. Кабинетта ултырып ҡына эш ҡыйратып булмаҫына тиҙ төшөнә. Йыш ҡына райондарға йөрөргә, форсаты сыҡҡанда сит өлкәләргә барырға тырыша, яңы тәьҫораттар менән ҡайта.

Егеттең эшлекле тырышлығына, әүҙемлегенә иғтибар итәләр, бер йыл эсендә КПСС ағзалығына кандидатлыҡҡа фатиха бирәләр. Өлкә комитет кадрҙарына мотлаҡ талаптарҙың береһе – фирҡә ағзаһы булыу. Тәлғәтте кандидатлыҡҡа алыуҙы йәһәтләүҙәренең төп сәбәбе – ана шул. Йәнә өмөтлө егеттең алдағыһын күҙаллау ҙа була был.

Оло юлдан – бәләкәй һуҡмаҡҡа Күңеленә ятҡан, аң-зиһенен биләй барған комсомол эшендә бер йылдың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Ғүмерендә тәүге тапҡыр каникулға түгел, ҡыуанып-ҡанатланып отпускыға ҡайтасаҡ! Ялдан һуң йәнә – Өфөгә, баш ҡалала уны оло юлға сығарасаҡ эше көтә.

Әммә Зөләйха апайҙың үҙ ниәте, үҙ уйы: Тәлғәтте нисек тә ауылға ҡайтарыу. Ғүмере буйы яңғыҙ йәшәгәнен, хәҙер инде улы, ба- лалары, ейәндәре менән бергә ғүмер кисерергә теләүен һөйләй. Тәлғәт ҡәҙерле кешеһен тәүҙә төрлөсә өгөтләп ҡарай. Һүҙенән ҡайтмаясағын аңлағас, нишләһен, Өфөнө, комсомол эшен ҡалдырырға (тик бөтөнләйгә түгел, ваҡытлыса – һайлаған юлын дауам итәсәгенә ышана ул) хәл итә. Район халыҡ мәғарифы бүлеге тәҡдим иткән директорлыҡтан, завучлыҡтан баш тартып, Маҡар мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай.

Ике ай үтеү менән уҡытыусы Тәлғәт Сәғитовты КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына са- ҡырталар һәм ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары вазифаһын тәҡдим итәләр. Төрлө сәбәп-һылтауҙар менән баш тарта тәҡдимдән. Ныҡыш егеттең партия ағзалығына кандидат икәнлеген иҫенә төшөрөргә мәжбүр була- лар. Әлеге хәл Тәлғәтте яңынан комсомол донъяһына ҡайтара. Оҙаҡламай 1-се секретарь йөгөн дә һаласаҡтар иңенә.

Оҙайлы ун йылға һуҙыласаҡ комсомол эшмәкәрлегенең дүрт йыллыҡ Ишембай осоро оло мәк- тәпкә торошло. Аҡыл менән һәләт мөмкинлектәрен егеп, ашҡынып тотона эшенә комсомол лидеры. Йәштәр менән эшләүе йәнлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та.

Тап ошо осорҙа ВЛКСМ өл- кә комитеты ҡарары менән Ғ.Сәләм исемендәге комсомол премияһы булдырылғайны. Тәүге лауреаттарҙың береһе – баш- ҡорт Корчагины Ибраһим Ғиззә- туллинға премия тапшырыуҙы миңә йөкмәттеләр, ул саҡта өлкә комитет- та мәҙәниәт секторын етәкләй инем.

Әрметтә, ағайҙың тыуған ауы лында күркәм сарала тап булыштыҡ Тәлғәт менән. Бер- беребеҙҙе студент йылдарында Миҙхәт МӘМБӘТОВ
Закрыть