Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 23.

2022 «Ватандаш» №7 22 фотоһы факультеттың Почет таҡ- таһында урын ала. Был курста уҡыу планы буйын- са оҙайлы һөнәри практика ла ҡаралған. Тәлғәт Сәғитов практи- каны Ейәнсура районының Абзан мәктәбендә үтә. Абзан – Ырымбур сигендәге ҙур ғына ауыл, Өфөнән унда бер ниндәй транспорт йөрөмәй. Ҡышҡы селләлә трактор санаһында саҡ барып етә ауылға практикант. Ул практикаға ныҡлап әҙерләнә. Педагогиканан, психологиянан һәм методиканан конспекттарын яңынан ҡарап сыға. Маҡарҙа, Өфөлә уҡытҡан уҡытыусыларының нисек дәрес үткәреүен, үҙҙәрен ни- сек тотоуын, хатта ҡиәфәттәрен күҙ алдынан үткәрә.

Коллектив менән танышыу, рус теле һәм әҙәбиәтенән тәүге дәрестәр – әлбиттә, тулҡынландырғыс һы- нау мәлдәре. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа практикант егеткә ихласлыҡ күрһәтә. Ыңғай мөнәсә- бәткә, ярҙамға мохтаж икәнен аңлауҙарынан, күңелдәренең хөр- лөгөнән инде әлеге йылы атмосфера. Һөйкөмлө, әҙәпле егетте үҙ итеүҙәре лә шуға бәйле. «Уҡытыусылыҡта тәүге аҙымдарым уларҙың фатихаһы, улар ярҙамы менән яһалды», – тип яҙҙы аҙаҡ Тәлғәт Ниғмәтулла улы был хаҡта.

Сығарылыш курсында сту- денттарҙың хәстәре башҡаса – диплом эшенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк. Тема һайлау, уны кафедрала раҫлатыу, материал туплау, ижады буйынса диплом эше яҙасаҡ фронтовик шағир һәм яҙыусы Хәким Ғиләжев менән осрашыу, уның кәңәштәрен алыу кеүек хәстәрҙәр тора алдында. Ана шундай мәшәҡәттәр менән йөрөгәндә яҙмышын киләсәктә бәхетле итәсәк, һайлаған һөнәрен үҙгәртәсәк ваҡиғалар көткәнен Тәлғәт белмәй, әлбиттә.

Бер көн таныш Ишембай еге- тенә эйәреп, күршеләге сәнғәт учи- лищеһы ятағына барып сыға. Тәүге тапҡыр шунда осрата ул яҙмышына яҙғанын – Көҙән ҡыҙы Фәрзәнә Шәйәхмәтованы. Һылыу, илгәҙәк, һутлы еләк кеүек ҡыҙыҡайҙы Тәлғәт тәү күреүҙә оҡшата. Яҡташы ла би- тараф ҡалмай күркәм, тәрбиәлелеге һүҙендә, йөҙөндә сағылған егеткә. Шул көндән башлана Тәлғәттең күрше ятаҡ юлын тапауы. Фәрзәнә менән концерттарға, спектаклдәргә йөрөүҙәре йышая. * * * Диплом яҡлағас үҙе тамамлаған мәктәпкә ҡайтасағын уйлап, хыял- ланып йөрөгәнендә уны ВЛКСМ- дың өлкә комитетына саҡырталар.

Совет майҙанындағы мөһабәт бинаның 4-се ҡатына тулҡынланып күтәрелә Тәлғәт. Йылы ҡаршылағас, бер аҙ тынысланғандай була. Каби- неттан кабинетҡа йөрөтөп, төрлө һорауҙар менән белемен, әҙерлек кимәлен тикшерәләр. Һиҙемләй егет – тиктәҫкә түгел. Ниңә са- ҡырғандарын берәйһенән һорар ине, әҙәпһеҙ күренгеһе килмәй. Һиҙемләүе раҫҡа сыға – күп тә үтмәй, уҡыуын яңы тамамлаған сту- дентты өлкә комитеттың инструкто- ры итеп раҫлайҙар.

Комсомол эше үтә тынғыһыҙ, һигеҙ сәғәт менән сикләнмәй. ЗАМАНДАШ
Закрыть