Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 22.

21 2022 «Ватандаш» №7 Комсомол билеты алып, значогын тағып ҡайтыу ниндәйҙер яуаплы, киләсәктә яҙмышыбыҙға йоғонто яһарлыҡ аҙым икәне зиһенебеҙҙең бер мөйөшөнә инеп ҡалғандыр.

Балалыҡ менән үҙебеҙ аңлап та бөтмәгән аҙымыбыҙ киләсәктә икебеҙҙе – Маҡар егете менән Хәйбулла егетен – осраштырып һәм дуҫлаштырып, һис уйлама- ған, хыялланмаған үрҙәргә ашы- рырын, оло юлға сығарырын белмәй инек, әлбиттә. Республи- ка комсомолының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә донъя күргән «Башҡортостан комсомо- лы» энциклопедияһында беҙгә лә урын биргәндәр икән, тимәк, һәләтебеҙҙән, ҡулыбыҙҙан килгән эштәребеҙҙең эҙе комсомол та- рихында ҡалғанын өҫтәп ҡуйыу урынлы булыр.

Уҡыу алдынғыһы, актив йәмәғәтсе 1959 йылда Маҡар мәктәбен алтын миҙалға тамамлай Тәлғәт. Миҙалдың баһаһы ҙур. Ул Башҡорт дәүләт университетының тарих-фи- лология факультетын һайлай, доку- менттарын шунда бирә һәм, те йешле имтихандарҙы тапшырып, сту- дент булып китә. Өфөгә оҙатҡанда әние улына изге өгөт-нәсихәттәрен еткерә, һөнәр алғандан һуң донъя көтөргә Маҡарға, үҙенең янына ҡайтырына өмөтөн дә күңеленә һала.

Тәлғәт бөтәһенә лә өлгөрә: яҡшы уҡый, хорҙа йырлай, универси- теттың комсомол комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Быларҙан тыш, дәүләт радио комитетында ике аҙнаға бер сыҡҡан «Халыҡ таланттары» радиожурналының мөхәррире эшен күңел һалып үҙләштерә. Биш йыл элек радиола «Пионер осҡоно»н алып барған тәжрибәһе лә ярап ҡала. Студент тормошо мажараһыҙ булмайҙыр. Ваҡиға инглиз теле уҡытыусыһының тәрбиәһеҙ хол- ҡона, телде ауыр үҙләштергән студенттарҙы кәмһетеүенә бәйле. II курста Тәлғәттәр төркөмө инглиз теле дәресенә йөрөүҙән баш тарта. Университет тарихында булмаған хәл! Китә төрлө кабинеттарға саҡыртып асыҡлауҙар, өгөтләүҙәр, аҙағы насар бөтөүе ихтималлығына ишаралауҙар. Студенттарҙың берҙәмлегенә, талаптарының ғә- ҙеллегенә, ыңғай һөҙөмтәгә ире- шәсәктәренә ышаныуҙарына ҡаты һынау була был хәл. Нисек кенә һындырырға тырышмаһындар, сигенмәй һабаҡташтар, ныҡ то- ралар. Һөҙөмтәлә маҡсаттарына барыбер ирешәләр – төркөмгә яңы уҡытыусы килә.

Тәлғәттең университет йылда- ры, зиһененә фәһемле ғәм өҫтәп, дауам итә. Уҡыу алдынғыһының ижтимағи-сәйәси әүҙемлеге өл- кән курстарҙа ла һүрелмәй. Баш- ҡортостан радиоһындағы мөхәр- рирлек эшенең дә файҙаһын күрә – ил һәм донъя хәлдәрен күҙәтә барыуы фекер уята, уйландыра. IV курстың ҡышҡы сессияһын гел «5»-кә тапшыра ул. Уҡыу отличнигының, актив йәмәғәтсенең Миҙхәт МӘМБӘТОВ
Закрыть