Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 21.

2022 «Ватандаш» №7 20 үтенесен изге һанап, күңелен аяп, ҡайтырға була ул интернатташта- рын да, маҡарҙарҙы ла аптыратып. Уның ҡарауы, улының әсәһенә күрһәткән наҙлы мөнәсәбәтен, һоҡ- ланғыс хәстәр-аҙымын бер ниндәй китап-дәреслек бирә алмаған тәр- биәлелектең юғары өлгөһө тип ба- һаларға мөмкин. Зөләйха апай биргән тормош һабаҡтары улы өсөн ғүмере буйы намыҫ менән изгелек, яуаплылыҡ менән кешелеклелек үлсәме булып ҡала. Әниенең теләк-фатихалары ла яҙмышының төрлө һынаулы мәлдәрендә ышанысын нығытҡан, тәүәккәллек биргән изге аманатҡа әүерелә.

...Тормошто аңлай башлауыбыҙ тәүҙә – ғорурлыҡ менән ҡыҙыл галс- тук йөрөтөү, торараҡ комсомолға инеү менән бәйле булды. Һирәк- мирәк бала саҡ хәтирәләренә бирелгәндә үҙебеҙҙең комсомолға ингән көндәрҙе көлөп тә, кинәнеп тә иҫкә алабыҙ.

Дауаханала ятам. Дуҫыма шыл- тыратып, уның комсомолға инеү ваҡиғаһы менән ҡыҙыҡһынам, үҙ иҫтәлектәремде лә яңыртам. ВЛКСМ-дың район комитеты бю- роһында бирелгән тәүге һорау- ҙың икебеҙгә лә бер иш булғанын асыҡлайбыҙ: «Нисә йәштә ком- сомолға алалар?» Уныһын ғына белгәнбеҙҙер инде. 14 йәштә тигәс, киләһе һорау яңғырай: «Йәшегеҙ етмәгән көйө ниңә инергә булдығыҙ комсомолға?» Быныһы инде ауыр һорау. Уға тиклем ВЛКСМ уставын ятлатып, биреләсәк һо- рауҙарға яуаптарҙы ҡат-ҡат ҡабат- латып, ныҡ әҙерләгәйнеләр ҙә, ҡаушағанбыҙҙыр. Уйынмы ни – со- вет йәштәренең иң алдынғы сафына баҫырға торабыҙ! Шулай ҙа дуҫым: «Әллә, бына килдем әле... Һеҙгә хәл итергә...» – тигән дә ҡуйған, апты- рап тормаған. Ә мин: «Коммунизм төҙөүҙә актив ҡатнашырға!» – тип һалдырҙым. Уҡытыусыбыҙ ныҡ тыҡығайны был яуапты әҙерләгәндә. Тәлғәт Сәғитов: «Абыйым, әнейем, ҡартинәйем Хәйербанат. Миңә 15 йәш. 1958 й.» ЗАМАНДАШ
Закрыть