Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 207.

2022 «Ватандаш» №7 206 «Юлға китабыңды ал!» Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы үткәргән әҙәби акция шулай атала. Уның маҡсаты – әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, бөгөнгө юғары технологиялар заманында китаптың дәғүәселек һәләтен һаҡлау һәм үҫтереү.

Акция 2015 йылдан алып айына бер мәртәбә үткәрелә. Унда ҡатнашыусылар, башлыса китапхана хеҙмәткәрҙәре, Өфө тимер юлы вокзалында юлаусыларға китап бүләк итәләр. Акция барышында вокзал холында күсмә күргәҙмә эшләй. Юлаусылар иғтибарына классик һәм заман әҙәбиәте, популяр әҫәрҙәр тәҡдим ителә. Халыҡ яратып уҡыған мөхәббәт романдары, детективтар, фәнтәзи һәм башҡа жанрҙағы китаптар ҡала халҡынан йыйыла, унан әҙәбиәт һөйөүселәргә таратыла. Был сара «Китап – халыҡ өсөн» тип аталған ҡала проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР ЛИТЕРАТУРНЫЕ НОВОСТИ Сәхнәлә – Дауыт Юлтый әҫәре Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Дауыт Юлтыйҙың сәхнәләштерелгән әҫәре менән сираттағы ижад миҙгелен тамамлай. Тамашасыға «Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы» повесы буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим ителә.

– Бәхетле булыу – һәр кешенең теләге. Тик һәр кем дә үҙ бәхете өсөн көрәшергә, бар ҡаршылыҡтарҙы үтергә әҙерме? ХХ быуат башында башҡорт ауылында йәшәгән йәш ҡыҙ Әлимәнең үҙ-үҙе булып ҡалыуы һәм бәхетенә ирешеүе уның ысын шәхес булараҡ өлгөрөп етеүен күрһәтә. Башҡорт әҙәбиәте классигы Дауыт Юлтый яҙған был тарих һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп инер һәм фәһемле булыр, – ти театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлсәсәк Теләүсина.

Инсценировка авторы – Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева.
Закрыть