Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 206.

205 2022 «Ватандаш» №7 әлифба» һ.б. әҫәрҙәре буйынса уҡытыусылар, китапханасылар әҙәби саралар, дәрестәр, конкурстар уҙғара.

Зәңгәр күлдәр беҙҙең яҡта Аҡ ҡайынға һыйына.

Ҡыр ҡаҙҙары, һыу һылыуҙай, Күл буйында ҡойона… Ололарға тәғәйенләнгән шиғырҙарында ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи әҫәрҙәр алып тора һәм уларҙың бәғзеләре сит телдәргә тәржемә ителгән.

2012 йылда бер төркөм яҙыусылар идара рәйесе Риф Тойғонов етәкселегендә Силәбе өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте аҙналығы уҙғарҙыҡ. Кәтибә Кинйәбулатованың ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ, Динә Талхина менән Кәтибә апай рухына мәсеттә аяттар уҡылды. Ш.Бабич исемендәге китапханала яҡташтары Динә менән Кәтибә апайҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, уларҙың нигеҙендә ижад ителгән йырҙар йырланды. Тимәк, тыуған яҡтарында ла шағирәнең ижады йәшәй һәм йәшәйәсәк. Халыҡсан бай тел менән ижад ителгән шиғырҙарын һәр ҡайҙа уҡыйҙар, таныйҙар, уның шиғриәте аша тормошто яратырға өйрәнәләр: Кеше йәшен түкмә, балам, Уйлап һөйлә һүҙеңде, Был донъяла көслө түгел, Еңә, балам, түҙемле… Динә Талхина һүҙҙәренә Вилүр Мәүлетов ижад иткән йыр Әлфиә Ибраһимова башҡарыуында минең бүлмәмдә әленән-әле яңғырап тора: «Ҡоштар юлы» көмөш йондоҙ, Төнгө күккә һуҙыла, Шул юлҡайға ҡарайым да, Йөрәккәйем һыҙыла.

Ҡоштар китә, ҡоштар ҡайта, Ҡайтмай үткәндәр генә, Йәндәй күреп, өҙөлөп-өҙөлөп Һағынып көткәндәр генә...

Өҙөлөп-өҙөлөп көтәбеҙ ҙә һине, Динәкәй, һин беҙҙең балалар әҙәбиәтенең алиһәһе инең, һағыштарға түҙмәй, йырҙарыңды тыңлайбыҙ, шиғри юлдарыңды ҡабатлайбыҙ. Тимәк, һин беҙҙең арала!

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Закрыть