Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 205.

2022 «Ватандаш» №7 204 Динә Талхина 1952 йылдың 27 июлендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында яҡты донъяға килгән. Башта ауыл мәктәбенә йөрөй, Арғаяшта ла уҡый, шунан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта урта белем ала.

Шиғриәткә, әҙәбиәткә айырыуса шул йылдарҙа ҡыҙыҡһыныуы уяна, үҙе лә ижад итә. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филоло- гия факультетын тамамлай. Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып бара. Шул осорҙа кескәйҙәр өсөн шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә.

Уның әҙәбиәт менән шөғөлләнеүен күреп, 1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙаҡ, Өфөгә күскәс, 1981–2005 йылдарҙа «Китап» нәшриәте мөхәррире һәм бүлек мөдире булып бар булмышын балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә бағышлай. Динә Азат ҡыҙы Талхина – талапсан мөхәррир, 1992 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Динә Азат ҡыҙының тормошҡа ашыраһы пландары ҙур ине. Яҙыу- сылар съезының береһендә Берйән Байымов, әйҙәгеҙ, балалар әҙәбиәте антологияһын әҙерләп сығарайыҡ башҡорт һәм рус телдәрендә, тигән тәҡдим яһап сығыш яһағас, Динә: «Фәрзәнә, һин быны эшләй алаһың, һинең тәжрибәң бар, тотон!» – тине. Тәжрибәң тигәс тә, мин Фирҙәүес Хисаметдинованың Башҡортостан мәҙәниәте буйынса төҙөгән программаһына ярашлы мәғариф камиллаштырыу институтын- да хрестоматиялар сығарғайным, ул шуны күҙ уңында тотоп әйтте лә инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, антологияларҙы күрергә Динәгә лә, Берйән Байымовҡа ла насип булманы. Хәҙер балалар әҙәбиәте редакцияһы аша З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ниндәй генә китаптар баҫылмай, ниндәй генә еңеүҙәр яуланмай! Былар барыһы ла Динә Азат ҡыҙы Талхинаға һәйкәл булып тораларҙыр. Бик йәл, аяуһыҙ сир уны яҡты донъянан бик иртә алып китте. Тыуасаҡ ейәнен дә, үҙе яҙыусыларҙан ҡабул итеп алған ҡулъяҙмаларҙың береһенән- береһе матурыраҡ булып нәшерләнеүен дә күрергә яҙманы, әммә уның ижады дауам итә. Динә Азат ҡыҙы Талхинаның шиғриәте, васыяты йәшәй, башҡорт теле буйынса уҡыу әсбаптарында балалар уның әкиәттәрен, хикәйәләрен яратып уҡый, шиғырҙарын ятлайҙар, байтаҡ композиторҙар – Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова, Рәзидә Әхмәтова, Вилүр Мәүлетов һ.б. уның шиғырҙарына йыр яҙҙылар, иң мөһиме – улар халыҡ араһында киң таралған, яратып башҡарыла. Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, рус, татар телдәренә тәржемә ителгән. Уның «Өләсәйем васыяттары», «Бармаҡтарым арыны», «Шиғри ХӘТЕР
Закрыть