Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 204.

203 2022 «Ватандаш» №7 Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Хәтеремдә, Рәшит ағай Солтангәрәевтың: «Балалар өсөн әллә ни яҙғаным юҡ та, шулай ҙа Динәнең һүҙен йыҡмайым, тип тотонғайным, хәҙер инде үҙенән-үҙе яҙыла ла ҡуя... Әле нәшриәткә алып барып тапшырҙым Динәгә, ул һүҙендә тора торған, сығыр әле», – тигәйне. Тик Рәшит ағайға ла, Динә Талхинаға ла баяғы балалар китабын күреү насип булманы, икеһе лә яҡты донъянан бик иртә киттеләр.

Динә үҙе лә балалар өсөн хикәйәләр ҙә, әкиәттәр ҙә, шиғырҙар ҙа яҙҙы: «Тылсымлы күлдәктәр» (1989), «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Веселая азбука» (1993), «Зәңгәргүҙ әкиәттәре» (1993) һ.б. Ололар әҙәбиәтенән дә ситләшмәне Динә, уның мөхәббәте, йәшәү күрке, ҡыуаныстары, әрнеүҙәре, һағыштары – барыһы ла уның шиғриәтендә сағылыш тапты. Ололар өсөн шиғри китаптары байтаҡ ҡына нәшер ителде: Үҙ телемдә һөйләшәм, Бар булмышым нур ғына, Үҙ телемдә һөйләшәм, Күңелкәйем йыр ғына, – тип яҙғайны Динә Талхина. Шағирә булараҡ та, мөхәррир булараҡ та, Динә Талхина ниндәйҙер шөһрәт, айырым дан артынан ҡыуманы, ә үҙенең күңелендә йөрөгән уй- хыялдарын, ғәжәп бай ижад донъяһын уҡыусыларына тәҡдим итте, аяуһыҙ яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығырға ла көс таба алды.

Бер мәл, ҡыҙы Линда мәктәпте тамамлағанда, мине үҙенә саҡырып алды. Алды ла бурҙарҙың фатирына инеп бар әйберҙәрен, хатта хәйергә таратырға тип әҙерләп ҡуйған ҡулъяулыҡтарына тиклем алып сығып китеүҙәрен әсенеп һөйләне. Унан йомғаҡлап ҡуйҙы: – Эй, бер нәмәгә шатланам, – ярай Линдам өйҙә булмаған, Хоҙайым һаҡлаған...

Ҡаты сирләне, өйҙә саҡ йөрөһә лә, нисек тә өҫтәл әҙерләргә тырыша ине. Тәмле былау менән һыйлауы хәтерҙә ҡалған. Үҙе ауыр хәлгә тарыһа ла, әленән-әле шылтыратып, ҡәләмдәштәренең хәлен белешә, ижады менән ҡыҙыҡһына торғайны. * * * Мәңгәзәйҙә зәңгәр шишмә, Һыуҙары балдай татлы, Ниндәй ауыл, тиһәгеҙ, Ауылым Мәтәл атлы…
Закрыть