Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 203.

2022 «Ватандаш» №7 202 уандар донъяһын бик яҡшы белә, шуға әкиәттәре балаларға ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.

Минең тәүге китабымды секция ултырышында тикшергәндә, тағы ла бер нисә автор бар ине. Шул иҫәптә – Фәүзиә Юлдашбаева. Ул Йылайырҙан килгән, йонсоу ғына, өҫ-башы ла иҫке генә. Аҙаҡ уның фатирһыҙ, рай- он үҙәгендә ҡунаҡханала, улы менән йәшәүен белдем.

– Һин ҡала мәктәбендә уҡытыу мөдире булып эшләйһең, ярҙам итәйек әле Фәүзиәгә. Шәп шағирә, бынамын тигән йырсы, үҙе лә, улы ла шәкәр диабеты менән сирләйҙәр, шуларға инсулин табырға ярҙам ит әле! – тип шылтыратты миңә Динә бер мәл. Мин, баш табиб менән һөйләшеп, бер нисә ҡап инсулин килтереп бирҙем.

Динә башҡа яҙыусыларға ла, би- герәк тә йәштәргә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Бер мәл нәшриәттә эшләгән яҙыусы егет асыуланып Динәне әрләп ташланы: – Һин шуны шаштырып яҡлап, мине фатирһыҙ ҡалдырҙың! – ти.

– Һуң уның ике балаһы бар, ярҙам итмәй булмай бит...

Һүҙ корректор Әлфиә Әсәҙуллина хаҡында бара ине. Динә уны, ике бала әсәһен, фатирлы итергә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Мөхәррир булараҡ, һәр автор менән айырым һөйләшеп, дәртләндереү саралары табыр ине. Бер ваҡытта ла бер кемде лә битенән алманы, «Һинең талантың бар, тағы ла яҡшыраҡ яҙа алаһың, шиғырҙарыңдың бына ошо юлдарын тағы ла бер аҙ уйла әле», – тиер ине. Ҡапыл сирләп киткәс, дауаханала бик оҙаҡ ятып сыҡты. Мине өйөнә йыш ҡына саҡырыр ине: – Тик һин миңә килеп йөрөүең хаҡында кешегә һөйләмә инде, кита- бын сығарыр өсөн йөрөй, тип әйтерҙәр. Беҙҙең рух бер бит, беҙҙе бер үк тәрбиәселәр тәрбиәләгән, бер үк уҡытыусылар белем биргән. Ысынлап та, ул да, мин дә интернатта тәрбиәләнеп, шиғриәт, ижад ҡомары менән һуғарылған әҙәби түңәрәктәргә йөрөп үҫкән ҡыҙҙар инек. Нәшриәттә балалар редакцияһын булдырыу өсөн күп көс һалды, оло- лар әҙәбиәтендә уңышлы эшләгән ағайҙарға ла мөрәжәғәт итеп, балалар әҙәбиәтен байытты. Уның тырышлығы менән Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Раил Байбулатов һ.б. балалар өсөн дә яҙыша башланылар.

Балалар өсөн яҙылған китаптарының береһе ХӘТЕР
Закрыть