Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 202.

201 2022 «Ватандаш» №7 Өс тиҫтә йыл элек, Күмертау ҡала һының Маяҡ ҡасабаһында 8-се һанлы мәктәптә уҡытыу мөдире булып эшләп йөрөгән саҡ. Бер мәл Өфө ҡалаһына мәктәп етәкселәренең белемен камиллаштырыу курстарына уҡырға ебәрҙеләр. Үҙем менән ҡалын дәфтәр шиғыр ҙарымды ла алып килгәнмен. Уларҙы баҫтырыу тураһында уйламайым да, оялам, уңайһыҙланам. Күренекле яҙыусы Рәшит ағай Солтангәрәевҡа тап килдем. – Туҡта әле, туҡта! – тип Рәшит ағай ҡулымдан тотоп туҡтатып ҡуйҙы. – Һуң һин минең яҡташым дабаһа! Һөйләп ебәр әле, ниндәй яңылыҡтар бар Күмертауҙа?

Һөйләшә-аралаша торғас, минең шиғриәт менән мауығыуымды бе- леп, яҙған әйберҙәремде «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына килтереүемде һораны. Дәфтәр ҡалдырылды. Тимер Йосопов миңә хат яҙып, балалар өсөн шиғырҙарымды өс данала редакцияға ебәрергә ҡушты. Күп ваҡыт та үтмәне, мине Өфөгә саҡырып хат килеп төштө: «Шиғырҙарыңды балалар секцияһында тикшерәсәкбеҙ, тиҙ арала килеп ет!» Әҙәбиәткә тәүге аҙымдарым, шул иҫәптән Динә Талхина менән та- нышыу ошо осраҡҡа бәйле. Мин секция ултырышына килгәндә, ул мәлдә нәшриәт Совет урамында ине, коридорҙа бик йәш, сибәр ҡатын миңә: «Һин Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинамы? Яҙмаларың менән таныштым, китаплыҡ шиғырҙарың бар», – тип дәртләндереп ебәрҙе. Ошо һылыу ҡатын «Ки- тап» нәшриәтендә эшләгән Динә Талхина булып сыҡты. Яҡындан танышып киттек, минең дә интернатты тамамлауымды белгәс, аралар бигерәк тә яҡынайҙы. Ул бик талапсан редактор булды, өс йөҙләп шиғырҙан тик утыҙы ғына һайлап алынды һәм «Мәрйендәр» исеме аҫтында баҫылып та сыҡты. Тәржемә менән шөғөлләнеп китеүемә лә йоғонтоһо ҙур булды, «Тылсым- лы күлдәктәр» исемле әкиәттәр китабы сыҡҡас, мин уның бер нисәһен тәржемә итеп «Истоки» гәзите биттәрендә баҫтырып сығарҙым. Уның тәҡдиме менән Тамара Ғәниева, Факиһа Туғыҙбаева, Салауат Кәрим, Берйән Байымовтарҙың хикәйәләрен, әкиәттәрен рус теленә ауҙарҙым. Динә Азат ҡыҙы башҡорт балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә бик күп көс һалған оло шәхес булды, уның тәҡдиме менән Нажиә Игеҙйәнова, Әхмәҙин Әфтәх, Миңлегөл Хисамова, Зөлфиә Ханнанова, Әлфиә Әсәҙуллиналарҙың ижади емештәре бер-бер артлы нәшер ителде. Бала- лар әҙәбиәтенең һәр өлкәһенә иғтибар итте. Ул мәлдә, мөхәррир булараҡ, кемдеңдер шиғырына оҡшаш шиғыр яҙып ҡуйһаң: «Кеше фекерен ҡабатламағыҙ, сюжеттарҙы күсермәгеҙ!» – ти торғайны. Бер мәл мине Флүр Яхин менән таныштырҙы ла, уның әкиәттәрен тәржемә итеүемде һораны. Флүрҙең яҙмалары күбеһенсә хайуандар хаҡында. Мин уларҙы тәржемә итеп авторға ебәрҙем дә һорай ҡуйҙым: «Ниңә уның әкиәттәре сусҡа, һарыҡ-кәзә хаҡында?!» Баҡһаң, ул мал табибы булып эшләгән, хай- Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Закрыть