Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 200.

199 2022 «Ватандаш» №7 Ҡәҙим АРАЛБАЙ йылда Өфөгә алып килгән тарихи «Ост» пароходында осрата. Һәм етем малайҙы (һалдат улын, аҙаҡ атайҙы) ғүмере буйына пароход тауыштары һиҫкәндерә, татлы йоҡоларынан уята.

Ир ҡорона инеп, инде үҙе ике бала атаһы булғас, ана шул сихри Ағиҙел ярҙары буйында, уның иртәнге аҡ томандары артында тороп ҡалған йәшлек йылдарының ауазындай пароход тауыштары яҙыусы Рәйес Ни- замовты атаһының утлы эҙҙәренә баҫып йөрөп ҡайтырға алыҫ юлдарға саҡыра. «Атай эҙенән...» Атайҙар эҙенән йөрөүҙең дә зарурлығы бар бит ул. Илебеҙ именлеген һаҡлап, еребеҙҙе яҡлап, Ташлы ауылынан Низам бабайҙың һуғышта ҡатнашҡан дүрт улының өсәүһе фронт яландарында ятып ҡала: Ғилметдин, Фәррәх, Мөхәмәтхан Низам улы Низамовтар.

Дон далаларында дошман пуляһынан ғүмере ҡыйылған атаһы Ғилметдинды юллап йөрөп ҡайтты һалдат улы Рәйес Низамов. Онотолмаҫ һәм тетрәндергес сәфәренең иҫтәлеге итеп, ул Дондағы Ро- стов ҡалаһының туғандар ҡәберлегенән тамыры-уты менән бер сәскә алып ҡайтты. Ул осорҙа үҙҙәре йәшәгән Степан Халтурин урамындағы йорттоң ҡаршыһындағы баҡсаға ултыртып, яугирҙарҙың изге ҡаны тамған Дон тупрағында тамыр нығытҡан ошо сәскәне атаһының төҫө күреп, ҡәҙерләп һаҡлауын, улы Рәмил менән һыу һибеп, төбөн йомшартып, бағып йөрөгәндәрен йыш күргән кеше булараҡ, мин был хәлде Рәйес ағай хаҡында яҡты иҫтәлектәрҙең береһе итеп хәтерләйем... Ҡәләмдәштәренең, бигерәк тә яҡташтарының, Рәйес Низамовты шағир ине, тип атауҙарында ла хикмәт бар. Ижадының иң тәүге осоронда шиғыр яҙыуы бер булһа, уның, ғөмүмән, шиғри күңелле, алсаҡ кеше булыуы, халыҡ йыр-моңдарын ныҡ яратыуы, үҙенең һәр әҫәрендә тиерлек халыҡ ижады өлгөләрен файҙаланыуы ла күп нәмә һөйләй.

Миңә Рәйес Низамов менән 1972–1977 йылдарҙа оло журналыбыҙ «Ағиҙел»дә бергә эшләү насип булды. Ул мине әҙәби хеҙмәткәр итеп редакцияға эшкә алды. Ошо йылдар һуҙымында минең көсөмдө һынай- һынай, төрлө яуаплы вазифалар йөкмәтте: бүлек мөдире, яуаплы се- кретарь... Иң мөһиме: әҙәби мөхиткә ылыҡтырҙы, яҙыу алымдарына, редакторлау серҙәренә төшөндөрҙө, журнал авторҙары менән мөғәмәлә тәртиптәренә өйрәтте. Уның файҙалы кәңәштәрен, биргән фәһемле һабаҡтарын ғүмер буйына онотаһым юҡ... Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1978), яҙыусы Рәйес Низамовтың повестарына һәм хикәйәләренә әҙәбиәт ғалимдары Роберт Байымов, Салауат Ғәлин, Суфиян Сафуанов һәм ҡәләмдәштәре Елена Снежко, Фәтих Абдуллин, Геннадий Баннов һ.б. үҙ мәлендә тейешле баһа бирҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның ижады әле тулыһынса өйрәнелгән, ентекле тикшерелгән тип әйтеп булмай. Ҡәләм оҫтаһының тос һүҙен яңы быуын уҡыусыларыбыҙға ла еткереү бурысы тора.

Закрыть