Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 20.

19 2022 «Ватандаш» №7 Хәтер ипкендәрен барлағанда Дан эштәре менән билдәле ил ағаһы, инде һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған оло шәхес, партия һәм дәүләт эшмәкәре, дуҫым Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов хаҡында һүҙ әйтеү минең өсөн еңел булмай сыҡты. Беренсенән, ул үҙенең «Хәтер ипкендәре»ндә («Ағиҙел» жур- налы, 2021 йылдың 9–12-се һәм 2022 йылдың 1–5-се һандары) бар ғүмерен ентекле, мауыҡтырғыс итеп бәйән итә, хеҙмәт юлының сетерекле мәлдәрен урамай, уға хас тура һүҙлелектән тайпылмай асып бирә. Был китап – Тәлғәт дуҫымдың тынғыһыҙ уйланыуҙары һөҙөмтәһе. Яҙмышындағы киҫкен боролоштарҙа күргән-кисергәндәре, янып-көйөүҙәре менән тартын- май, иркен уртаҡлаша автор. Тормошоноң тик һынауҙарҙан, көйөнөстәрҙән генә тормағанын күрһәткән хәл-ваҡиғаларҙы ла ихлас һүрәтләй. Шуға ла дауам- лы хәтирәләр мауыҡтырғыс та, фәһемле лә. Күләмле «Хәтер ипкендәре»н ижад итеп, Тәлғәт Ниғмәтулла улы тормоштағы әү- ҙемлеге, егәрлелеге, тәүәккәллеге һигеҙ тиҫтәне ослағанда ла кәме- мәгәнлеген күрһәтте. Икенсе сәбәбе – быға тиклем дә дуҫым хаҡында матбуғатта һүҙ әйткәнем булғайны. Яҙмама ҡарата тәнҡит һүҙе ишетелмәне. Таныштар ҙа, геройымдың яҡындары ла, үҙе лә хуп күрҙеләр, шикелле. Тимәк, яҙғандарым ғәҙел, хаҡ булғандыр. Туғыҙ ай буйы Сәғитов «ипкендәре» менән йәшәгәс, әле үҙемә бер асыш яһағандай булдым: бөтөнләй таныш булмаған авторҙың хәтер яҙмалары әллә ни ылыҡтырмай, ситтән кү ҙәткән күренеш һымаҡ ҡабул ителә. Ә инде яҡын күргән кешеңдең яҙ мыш сәхифәләре би- релеп уҡыла, тулҡынландыра. Теләйһеңме-юҡмы, уның ипкен- дәрен үҙ тормошоңдағы ваҡиғалар менән сағыштыраһың, иҫтәлектәргә биреләһең.

* * * 1956 йылда 7-се класты уңыш- лы тамамлағандан һуң әнейенең (диал. – әсәй) фатихаһын алып, Тәлғәт Өфөләге 1-се мәктәп-интер- натҡа юллана. Яңы урындағы шарттарға, тәртип-талаптарға, уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә тиҙ өйрәнә үҫмер. Әүҙем, тырыш, һәләтле уҡыусы күп нәмәне белергә, аңларға, 20 бүлмәләш һабаҡташы менән татыу, аңлашып йәшәргә тырыша, дуҫтар ҙа таба.

Ҡышҡы каникулға ҡайтҡанын- да яңғыҙлыҡтан йонсоған Зөләйха апай: «Балам, әллә кире ҡайта- һыңмы? Бер үҙемә бигерәк ҡыйын бит», – ти улына һынаулы ҡарап. Каникулдан һуң матур кәйеф ме- нән Өфөгә йыйынғанында тағы ҡабатлай ул үтенесен. Ятһа-торһа ла тынғы бирмәй Тәлғәткә ғәзиз кешеһенең хафалары. Үҙе лә ике ут араһында үрһәләнә: нисек ҡал- дырмаҡ кәрәк Өфөнө, нисек ҡайтып күренмәк кәрәк Маҡарға?!

Уйланып, ни хәл ҡылырға бел- мәй йөрөй торғас, әнейенең теләк- Миҙхәт МӘМБӘТОВ
Закрыть