Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 199.

2022 «Ватандаш» №7 198 аралашыу, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын да, ҡайғы-хәсрәттәрен дә үҙеңдекендәй кисереү һөҙөмтәһе булып был йылдарҙа яҙыусының «Һалдат улы» (1959), «Мәрйәм» (1964), «Ят кешеләр» (1967), «Кейәү» (1968), «Хәбәрсе» (1971) повестары, күп һанда хикәйәләре донъяға тыуҙы. Төрлө төбәктәрҙә хәбәрсе булып эшләү, донъя күреү, халыҡ менән ирәбе аралаша белеү ҡәләм эйәһенә тормошто яҡындан танып-белергә ярҙам итә, бер үк ваҡытта яҙыусыла киң күңеллелек, ихласлыҡ, эскерһеҙлек кеүек милли һыҙаттарҙы нығыта. Ә был инде туранан-тура әҙиптең нәфис әҫәрҙәрендә уның идея-эстетик ҡараштары булып сағылыш тапты. Халыҡтар дуҫлығын йырлау ҡасандыр бер сәйәси модаға эйәреү булһа, бөгөн иһә, беҙҙең бик болғансыҡ заманыбыҙҙа, милли тойғоларҙың үҙлеген, сафлығын һаҡлап ҡалыу, халыҡтар һәм илдәр араһында татыулыҡ, бер-береңде һанлау – ысын мәғәнәһендә оло проблемаға әйләнде. Ошо йәһәттән Рәйес Низамовтың һуғыш осороноң хәтәр мәлендә бергә һыйышып йәшәгән төрлө милләт балалары яҙмышы хаҡындағы «Ят кешеләр», башҡорт һәм украин халыҡтарының ғәҙәт-йолаларына нигеҙләнеп, әхлаҡ- әҙәп күренештәренә үреп тормошто тасуирлаған «Кейәү» повестары бөгөн дә көн ҡаҙағына һуғыусы әҫәрҙәр сафында барырлыҡ. * * * Ата-бабалар ерендә үҙеңде ҡунаҡ итеп түгел, ә хужа итеп тойорға – бына атайҙар васыяты, боронғоларҙан ҡалған рухи аманат. Уға яҙыусы Рәйес Низамов үҙенең иң тәүге күләмле әҫәренән алып («Һалдат улы») һуңғы повестарынаса («Атай эҙенән», «Пароход тауыштары») тоғро булды. «Атай эҙенән», «Пароход тауыштары». Яҙыусының был повестары художестволы кимәлдәре менән дә, әҙиптең донъяға рәссамдарса ҡарашы юғарылығынан да уның тәүге осорҙағы ҙур күләмле әҫәрҙәренән (бигерәк тә – «Ят кешеләр», «Һалдат улы») ныҡ айырыла. Был, әлбиттә, беренсе сиратта яҙыусының ҡәләме оҫтара, философик-эстетик ҡараштарының киңәйә барыуы менән аңлатылһа, икенсенән, Рәйес Ғилметдин улының үҙендә – үҙен, йәғни тел маһирлығын аса алыуынан да киләлер. Сөнки әҙип үҙендә ятҡан барлыҡ эске, рухи мөмкинлектәрҙе бер юлы, ҡапыл ғына, бер ынтылышта асып бөтә алмай. Кешенең рухи булмышы яйлап, тора-бара, тормош һандалында һынала-һуғыла, уйыла-сүкелә асыла. Үҫмер сағы шахтала үткән ауыл малайы Өфөлә йылға флоты һөнәрселек училищеһын тамамлап, Ағиҙел буйлап Өфө–Ҡазан марш- рутында башта кочегар, һуңынан машинист ярҙамсыһы булып пароходта йөҙә. Ҡара тиргә батырыр ауыр вахта менән бәйле ошо сәйәхәттәренең береһендә ул кинәттән донъя пролетариаты юлбашсыһын алыҫ 1900 ХӘТЕР
Закрыть