Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 198.

197 2022 «Ватандаш» №7 Рәйес Низамовтың оло әҙәбиәткә юлы ла Әлшәй районындағы үҙенең тәүләп тәмләп эскән кескәй генә Ташлы йылғаһына оҡшаш: шиғыр һөйләп ятҡандай, селтерәп кенә аҡҡан күҙ йәшендәй һыуҙарын ул Төйләнгә илтә, ә уныһы, күңелле көйләп, йәмле Димгә йүгерә, ә хозур Дим инде бәрәкәтле ағышын алҡын Ағиҙелгә алып барып ҡуша. Рәйес Низамов үҙенең холоҡ-тәбиғәте менән кешеләр араһында йәһәт аралашыусан, әңгәмә ҡороуға, һүҙ ялғап алып китеүгә аптырап тормаҫ, юлдаш-таныштары менән бик тиҙ уртаҡ тел табыр кеше ине.

Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡандан һуң ул 1957–66 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып, Әлшәй, Ҡыйғы, Бәләбәй яҡтарында, шул төбәктәргә ингән райондарҙа эшләгәндә, бик күп ябай хеҙмәт эйәләре, белгестәр, етәкселәр, күренекле шәхестәр менән яҡындан танышып, аралашып, уларға ысын мәғәнәһендә үҙ кешегә әйләнә. Тормошта үҙ кеше, заманының үҙ хәбәрсеһе. Һәм, әйтергә кәрәк, ул характерының ошо төп сифатын – тормоштоң үҙ хәбәрсеһе булыу бурысын ваҡытлы матбуғаттан оло әҙәбиәткә лә алып килде, бөтә аңлы ғүмерен халыҡ һүҙен халыҡҡа еткереүгә бағышланы. Республика гәзитенең урындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булараҡ, уға төрлө-төрлө йомоштар, әллә күпме һорауҙар, сетерекле мәсьәләләр менән дә киләләр ине. Ул осорҙағы гәзит һәм журналдарҙа «Рәйес Низамов» имзаһы менән сыҡҡан очерктарҙа, мәҡәләләрҙә һәм һүрәтләмәләрҙә күпме кеше яҙмыштары, тормош проблемалары һәм заманының киҫкен мәсьәләләре күтәрелде. Тормош ҡаҙанында ҡайнап, кешеләр менән тығыҙ Рәйес Низамов (һулда) ижадсы дуҫы – яҙыусы Ғәзим Аллаяров менән Ҡәҙим АРАЛБАЙ
Закрыть