Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 197.

2022 «Ватандаш» №7 196 ХӘТЕР ПАМЯТЬ АТАЙҘЫҢ УТЛЫ ЭҘҘӘРЕНӘН (Рәйес Низамовтың тыуыуына – 90 йыл) Илленсе йылдарҙа әҙәбиәткә яңы һулыш, сәмле ҡеүәт өҫтәгән бер төркөм йәш көстәр араһында Рәйес Низамов та бар ине. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған, Өфө интернат-мәктәбендә (хәҙерге 1-се Башҡорт республика гимна- зия-интернаты) тәрбиәләнгән Рәйескә 1952–1957 йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында Рәми Ғарипов, Шакир Янбаев һәм Ра- фаэль Сафин менән бергә уҡып, юғары белем алыу бәхете тейә. Ябай ғына ауыл балаһы өсөн ул заманда хыял да етмәҫлек Мәскәү һынлы Мәскәүҙә – донъялағы берҙән-бер әҙәбиәт вузында белем эстәү, мәшһүр яҙыусы һәм ғалимдарҙан һабаҡ алыу бәхет түгелме?! Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры
Закрыть