Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 179.

2022 «Ватандаш» №7 178 иркен бүлмәгә оҙатып, ап-аҡ ашъяулыҡ түшәлгән оҙон өҫтәл янына, биҙәкле түшәктәрҙә, йомшаҡ ултырғыстарҙа урын күрһәтте. Ҡунаҡтарҙың әңгәмәһе башланғас, Ҡыҙбикә апай Марфаға үҙе менән бүләккә тип алып килгән күк сәскәләр төшөрөлгән алһыу күлдәк кейҙерҙе. Башына ла алтын таҫма кеүек һүрентеһе ялтырап торған ап-аҡ, үтә күренмәле йоҡаҡ яулыҡ ябындырҙы. Үҙе шыбырҙаны: – Ошонда ултырып тор. Әле генә Миҙхәт эштән ҡайтты. Өйөндә кейенә лә, хәҙер килә. Марфа йөрәкһенеп, болдорға сыҡты, дөрөҫөн әйткәндә, тышта ҡаршылайһы килгәйне Миҙхәтте. Эйе, тәүге тапҡыр, бер нисә көн эсендә генә бөтөнләй яҡын кешеһенә әйләнгән йәрен көтә ул. Өҙөлөп көтә, шул уҡ мәлдә, йәш кенә ҡыҙҙар кеүек ояла ла. Ғәжәп икән был донъя! Бер ниндәй һүҙ менән дә аңлатып булмаған, күктәргә күтәреп, осороп алып йөрөй торған сихри тойғо күңелгә ҡунған да, йөрәккә наҙ, матурлыҡ хисе генә һибеп торғандай тойола. Эй, шулай ҙа булыр икән! Һоро күҙҙәрҙең яғымлы ҡарашы бер ҡасан да онотолмаған шул!

Ҡапыл ашығып ҡапҡа асылды. Байрамса кейенгән, йөҙө ҡояштай балҡыған Миҙхәттең инеүен күргән Марфа үҙе лә һиҙмәҫтән артҡа сигенде. Оялыумы был, ҡурҡыумы, әллә мөхәббәтен зарығып көтөп, ҡапыл килеүенә һаман ышана алмаумы икән? Үҙе лә аңламаған кеүек ине бының сәбәбен Марфа. Төш тиһәң, төш тә түгел, баҫҡыста – Миҙхәт… Йөрәкһенеп йылмайыуы уның да йөрәгенә үтеп инә. Эй, Хоҙайым! Мәктәп баҫҡысы ҡайҙа?

– Марфуша, һин мине көтәһеңме? Әйҙә, икәүләп, бергәләп инәйек өйгә.

Миҙхәт уның ҡулынан ипләп кенә тотоп алды ла, тынысланыуын үтенде, башын эйеп, күкрәгенә наҙлы ҡыҫты һәм әкрен генә тағы һораны: – Марфуша, минең ҡыҙым бар, ә һинең матур ғына малайың бар. Улар бер-береһенә шул тиклем эҫенделәр, айырып алғыһыҙ булып йөрөйҙәр. Мин дә, ҡыҙым да, атай-әсәйем дә һеҙҙе бик-бик ярата. Ә һин үҙең минең ҡатыным булырға ризаһыңмы? – Миҙхәт Марфаның күҙҙәренә ҡарарға тырышты, ә ул оялыуҙан ҡыҙара башлаған йөҙөн аҫҡа эйҙе. Шулай ҙа яғымлы тауыш менән, тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, шыбыр- ланы: – Эйе, мин риза. Артурымдың да атаһы булһын. Гөлназдыҡы кеүек!

Миҙхәт уның маңлайынан һаҡ ҡына үпте. Уның янында донъялағы иң ҡәҙерле кешеһе ине.

ПРОЗА
Закрыть