Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 178.

177 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА ҡарт ниндәйҙер ҡыуаныс ҡунған тауыш менән. – Миҙхәт тә иртәгә эшенән алдараҡ бушар, төш етеүгә ҡайтыр. Ә бында аш-һыу әҙер булып торһа, башҡаһы арттан ҡалмаҫ…» Ҡапыл аласыҡ ҡорғаны елпелдәп ҡалды, кем ҡарағанын абайламаһа ла, берәйһенең килеп сығыуына өмөтләнгән Марфа ҡапыл тулҡынлана башланы. Шатлығы бар торошона сыҡҡан Ҡыҙбикә апай күренде һәм ошоғаса бер ваҡытта ла күренмәгән илаһи ҡатын-ҡыҙ сағыулығы менән ҡулдарын йәйеп, ҡосағына йомшаҡ ҡыҫып, оҙаҡ ебәрмәне Марфаны.

– Эй Марфуша, Марфуша, ошо көндө күрергә лә насип булды бит үҙемә. Рәхмәт, балаҡайым, ҡыуандырҙың беҙҙе. Бәхетле генә булығыҙ, тормошта үҙеңә ысын пар таптың, Аллаға шөкөр. Эйе, һәр саҡ теләп йөрөгәйнем… Ҡыҙбикә апайы Марфаны бер туҡтауһыҙ яурынынан ҡаҡты, күҙҙәренең йәшен яулыҡ осо менән һөрттө. Уның ныҡ тулҡынланыуы һиҙелеп тора ине.

Бындай ҡәҙерләп, яҡын итеп бер кемдең дә ҡыуанысынан ҡосаҡлағаны булманы Марфаны ошоға тиклем. Ә инде арҡаһынан яратып ҡағып, бәләкәй саҡта тик Тимербай ағайҙар өйөндә генә һөйәләр ине. Марфаның да күҙенә йәш тығылды. Бер-береһенең йәшле күҙҙәрен күргәс, наҙлы йылмайҙылар. Бер туған ҡыҙы менән әсә кеүек ине улар әлеге ваҡытта.

– Бәхетле бул, Марфушам! – тип тағы бер тапҡыр ҡабатланы Ҡыҙбикә апай яғымлы тауыш менән, – теләккәйҙәрем ҡабул булһын инде. Кисә беҙҙе Ибраһим ҡайнаға ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтҡайны. Әле ул Тимербай ағайың менән мулла бабай өйөнә китте. Әйҙә, хәҙер аласыҡҡа сәй эсергә инәйек тә, мин һиңә бөгөнгө буласаҡ байрам хаҡында әҙерәк һөйләрмен – барыһын да аңларһың, ғаилә ҡорғанда икәүҙе ҡауыштырыу йолаһы ул.

«Ниңә мулланы саҡыралар икән? – тип уйланы Марфа сәйерһенеп аласыҡтан кесе өйгә аш-һыу ташығанда, – мулла, моғайын, поп кеүектер…» Аҙаҡ, ысынлап та, Ҡыҙбикә апай ауыҙынан буласаҡ йола хаҡында ла ишетте.

Төшкә тиклем өй эсе, ишек алды гөрләп торҙо: бүлмәләрҙе матур итеп йыйыштырҙылар, ҡапҡа, ишек алдарын һеперҙеләр, әҙерләнгән бүләктәрҙе яңынан парлап сыҡтылар, байрамда кейәсәк матур кейемдәрен һайлап алдылар, аш-һыуҙы тағы теүәлләнеләр. Бөтәһе лә ашыҡты, бөтәһенең дә йөҙөндә бәхетле йылмайыуҙан башҡа тойғолар күренмәне. Ә Гөлназ Артур менән уйнаны-көлдө. Кескәйҙәр арбаһы әле олатайҙар янында туҡтала, әле өләсәйҙәр араһына шаярып килеп инә, әле урамға тәгәрәп сығып китә. Балаларҙың күңелле гөрләшеүе янында ололарҙың шатлыҡлы һөйләшеүе лә ишетелә. Был – һәр кемдең күптән көткән түҙемлелегенең алтын төбө ине....

Төшкөлөккә бер-бер артлы ҡунаҡтар йыйыла башланы. Уларҙың күбеһе оло кешеләр ине. Хужалар килгән береһен йылмая-йылмая төпкө
Закрыть