Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 177.

2022 «Ватандаш» №7 176 – Күп эсһә, кеше үлә бит. Ул быны аңлай, ҡурҡа, шуға башҡа эсмәҫкә уйлай. Беҙҙә бер ағай шулай эсте-эсте лә больницаға алып киттеләр, барыбер үлгән. Бәләкәй ҡыҙы минең менән бер класта уҡый, йәлләйем үҙен, ярҙам итәм.

Ҡапыл ишек алдында Кетмерҙең тауышы ишетелде, арба келтерҙәп, ҡапҡа яғына ҡарай боролғаны һиҙелде. Шатлығынан һикереп торған Гөлназ ҡулын сәпәкәйләп алды, мискәләге һыуға йыуа-йыуа, Марфаны ашыҡтырҙы.

– Эй, олатайым ҡайтты! Марфа апай, әйҙә, бергәләп сәй эсәйек!

Ана, өләсәйем дә Артурҙы күтәреп сыҡҡан, Аҡбәкәлде ҡаршы алалар!

Тик олатаһы өйҙә оҙаҡ торманы, кискелеккә мунса яғып ҡуйырға ҡушты ла, Камила инәй менән шым ғына нимәлер кәңәшләшеп, совхоз үҙәгенә ҡарай юл тотто. Арбаға ултырғансы һүҙе бөтмәне. «Олатайым нимәгәлер ҡыуана, йылмая, өләсәйем янынан китә алмай», – тип уйланы Гөлназ.

– Миҙхәт кискелеккә ҡайтасаҡ. Ә мин бер барғанда Иван ҡорҙашҡа ла һуғылып сығырға уйлайым. – тине Ибраһим ҡарт. – Аңын-тоңон ул белә инде. Андрей хаҡында… Иртәгәлеккә ҡыҙҙарың менән үҙең дә әҙерләнә тор.

Ысынлап та, кискә тиклем тәм-том бешереп, көтөү ҡайтҡас, уны тәрбиәләп, ҡулға эләккән, күҙ күргән бар эште бөтөрөп, мунса төшкәнсе, төн дә етте.

…Иҙерәп йоҡлап киткән Артурын ҡосаҡлап, көнө буйы йүгереп йөрөп, үҙе лә бәләкәй бала кеүек талсыҡҡан Марфа иртәнсәк таныш тауышҡа уянып китте. «Ҡыҙбикә апай!.. – тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне ул. – Кисә туйҙан ҡайтырға тейештәр ине. Хатымды уҡығандыр. Шуға килгәндәр. Эй Хоҙайым, ояты ниндәй! Минән көлмәҫтәрме икән?.. Бәлки, әрләрҙәр ҙә, кем белә…» Гөлназ йоҡлаған диванға ҡарап ебәрҙе, уныһы ла юҡ. Ҡасан сығып китте икән? Исмаһам, уятһа ни була инде. Уңайһыҙ, бер ваҡытта ла бер нәмә ишетмәй, һуҙылып ятҡаны юҡ ине. Етмәһә, Ҡыҙбикә апайҙар килгән мәлдә бит әле. Эй-й-й! Йә, хәҙер, нисек күҙҙәренә сығып күренә инде? Эй Марфа… Бәпесен уятмаҫҡа тырышып, кейенә һалды ла, соланда йыуынып, тиҙ генә болдорға сыҡты. Эйе, ана Тимербай ағайҙарҙың арбаһы тора. Со- ланда ла уларҙың оло сумкалары күренә, эргәләрендә бер ҡағыҙ ҡумта ла ултыра. Ә үҙҙәренең шат көлгән тауыштары аласыҡ эсенән сыға. Етмәһә, бишбармаҡ та бешерәләр шикелле, еҫе тирә-яҡҡа аңҡып тора. Марфа улар янына барырға ныҡ уңайһыҙланды, бәлки, берәйһе килеп сығыр әле, тип, болдор күтәрмәһенә таянып, уйға ҡалды. Кискеһен ул ҡарттарҙың һөйләшкәндәрен ишетә биреп ҡалғайны. «Алла бойорһа, ниәтләнгән уйҙы атҡарып ҡуяйыҡ, – тигәйне Камила инәй. – Барыбер, үҙе көткәнсә, күңеленә оҡшағанын һайлап йөрөгән бит…» «Һин бындағыларға әйтә тор, Ямал киленде ҡалдырма, ә мин үҙем тегеләрҙе ҡыҙыулатырмын, таң менән килеп етерҙәр, – тине Ибраһим ПРОЗА
Закрыть