Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 176.

175 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА һәр ваҡыт битемде һыпыра торғайным. Ҙурая башлағас, оялдым. Бына шул ғына. – Өләсәй, ниңә кәрәк һиңә был һорау? Әйт әле сер булмаһа?

Һорауҙы аңлаған һымаҡ булһа ла, Гөлназ өләсәһенә һыйынып, тубығына һалынған ҡулын һыйпаны, күҙҙәренә ҡараны. Камила инәй ҙә ирен ситенә йәйелгән йылмайыуын ҡымтыһа ла, барыбер тегеләргә әйтәсәген белеп, үҙенсәрәк аңлатырға тырышҡан булды.

– Атайың менән Марфа апайыңа ижәп уҡытырға кәрәк. Ижәпһеҙ улар ир менән ҡатын булып йәшәй алмай… Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән туғандар алдында был йоланы үтәп ҡуйырға кәрәк. Был никахты нығытыу, тигән һүҙ. Закон буйынса теркәлеү – үҙҙәренә ҡала. Көҙгө эш бөтөүгә ҡарап...

Камила инәй тағы ла нимәлер әйтергә уҡталғайны, Гөлназдың ҡарашы менән осрашҡас, туҡтаны. Өләсәһенең һүҙе күбәйәсәген аңлағайны ул.

– Һыуһаманығыҙмы? Сәй ҡуйып ебәрәйек, төш тә еткән, хәҙер олатайың да ҡайтып етер, – тиеүҙән ары китмәне үҙе. – Ә һеҙ башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Бәпес тә уяныр, илап ятмаһын. Киттем, ҡыҙым. – Өләсәйем гелән шулай һораша ла һораша ул. Үҙе күпте белә, үҙе һаман һорашыуын дауам итә. Бына шулай, уҡытыусы һымаҡ үҙе.

– Бөтә өләсәйҙәр ҙә шулай ул. Ҡыҙбикә апай ҙа минән һәр саҡ бөтә нәмә хаҡында һорашып тора ине… – Марфа көлдө, – беҙ һинең менән бер ваҡыт өләсәй булһаҡ, үҙебеҙ ҙә һәр саҡ шулай һорау биреп тик йөрөрбөҙ әле.

Улар һөйләшә-һөйләшә кишерҙе утағас, сөгөлдөр түтәленә күстеләр.

– Гөлназ, бөгөн һорауҙар көнө икән, мин дә һинән бер нәмә хаҡында һорайым әле, тик үпкәләмә, яраймы? Үтенәм… – Һорағыҙ… – Гөлназ йәшерен генә йылмайып ҡуйҙы. – Атайым хаҡында һорашырға уйлайһығыҙҙыр, моғайын.

– Эйе. – Марфа уйсанланды. – Гөлназ, атайың эсәме? Ғәфү ит, хәҙер эсмәгән кеше юҡтыр ҙа.

Гөлназ, шунда уҡ яуап бирмәне, бер аҙ эшен дауам итте, аҙаҡ әкрен генә, тыныс тауыш менән өҙөп-өҙөп яуап бирҙе.

– Борсолмағыҙ, һәйбәт ул минең атайым! Тик ул күп эсмәй, байрамдарҙа ғына, үҙенең яратҡан шарабын ғына. Аҙаҡ тирләгәнсә эш эшләй. Мин йоҡларға ятҡас ҡына өйгә инә. Һуңынан төнгә тиклем китап уҡый. Ә олатайым менән өләсәйем ҡымыҙ менән буҙа эсә. – Гөлназ йылмайып ебәрҙе, – беҙ Артур менән һут, сәй эсәбеҙ. Ә Зәйнулла ағай тиҙҙән эсеүен ташлаясаҡ ул, бына күрерһегеҙ. Ямал апай ҙа шатланасаҡ.

Марфа ғәжәпләнде, ҡыҙҙың сәйер ҡыланышы аптырата ине. Шулай ҙа, бала кеше үҙенең яҡты уйының тормошҡа ашыуын теләйҙер, тип уйланы.

– Ә һин уны ҡайҙан беләһең, Гөлназ? Былай ғына әйтәһеңме әллә?..

Закрыть