Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 175.

2022 «Ватандаш» №7 174 Ямал итәк осон бөрөштөрә тотоп, ҡайғылы йөҙ менән солан ишеген япты. – Марфуша апай, әйҙә ҡайтайыҡ. Айыҡ саҡта күрербеҙ әле Зәйнулла ағайҙы, бөтөнләй икенсе кеше ул. Ысынлап та, балаларын ныҡ ярата.

Марфа көрһөндө, ишек алдынан тиҙерәк сығып китәһе килде уның.

– Гөлназ, һин уның ярһыуын нисек баҫа алдың? Бер ҡарағайның, шымды ла ҡуйҙы бит. Ипләп кенә һөйләшә башланы. Ә мин ҡурҡып күҙәттем һеҙҙе.

– Үҙем дә белмәйем. Тик эстән генә: «Шаулама, Зәйнулла ағай…» – тинем.

Гөлназдың ялтырап киткән күҙҙәрендә яғымлы сәйерлек һиҙҙе Марфа, ләкин был ситләшеү ғәләмәте түгел ине, киреһенсә, ниндәйҙер тартыу көсө ине. – Марфуша апай, беҙҙә һиңә ҡыйын түгелме? Тик ҡайтмағыҙ, яраймы?

– Юҡ, Гөлназ, миңә шундай һәйбәт һеҙҙә, күңелгә яҡынһығыҙ. Үҙемдең туғандарымды тапҡан кеүек булдым был өйҙә. Ысынлап әйтәм, эйе… Марфа менән Гөлназдың етәкләшкән көйө, апай менән һеңле кеүек көлөшә-көлөшә баҡсаға килеп ингәнен күргән Камила инәйҙең йөн орсоғо ҡулынан төшөп китә яҙҙы. Яманһыулаған сәйер ҡараш менән ҡаршы алды уларҙы.

– Тиҙ баҫтың Зәйнулланы! – тине лә эшен туҡтатып, быларҙы тәү күргәндәй, әле береһенә, әле икенсеһенә аптырап ҡараны.

– Өләсәй, һиңә ни булды? Әллә ауырып киттеңме? Шулай күренә.

– Юҡ та! – Камила инәй алып сыҡҡан нәмәләрен ҡабаланып йыйыш- тыра башланы, яҙылып, билен ыуғылап алды. – Аллаға шөкөр әлегә… – Нимәлер әйтергә теләп, орсоҡ тотҡан ҡулын алға һуҙҙы ла туҡтап ҡалды, уйланып бер аҙ торҙо, тағы урынына ултырҙы. Аҙаҡ, түҙмәне, һорай ҡуйҙы. – Шулай ҙа, Марфа килен, күңелемде өйкәп торған бер сер бар ине. Һорайыммы икән шуны һинән? Асыуланып ҡуймаһаң, тим… – Әйт, өләсәй, Марфуша апай бар һорауыңа ла яуап бирә ул.

Марфа менән Гөлназ уның янына килеп ултырғас, уңайһыҙланған һымаҡ булһа ла һүҙен дауам итте Камила инәй.

– Кузьма ҡыҙлыҡҡа алғас, исемең Марфа булғас, сиркәүгә алып барып, суҡындырманылармы һине, килен?

Марфа ҡапыл ғына яуап бирмәне, күҙҙәрен йомоп ҡулы менән маңлайын ыуғыланы. Ысынлап та, ниндәй диндә һуң әле ул? Бер ваҡытта ла башына ундай һорау килгәне булмағайны бит. Ҡыҙбикә апайҙан да һораманы.

– Минең Кузьма ағай коммунист ине. Нюра апайҙың суҡынғанын түшәккә ауғас, ауырығас ҡына күрҙем. – Марфа аптырап, тәүге тапҡыр был тәңгәлдә уйланып ултырыуына үҙе лә ғәжәпләнде, яурынын күтәрҙе. – Динем юҡ шикелле минең… Берәү ҙә миңә суҡын тип әйтмәне. Бәләкәй саҡта, Ҡыҙбикә апайға ҡушылып, ашағандан һуң, бисмилла һүҙен әйтеп, ПРОЗА
Закрыть