Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 174.

173 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА – Ямал апай, шәлегеҙҙең биҙәктәрен ҡайҙан күсереп алаһығыҙ ул, һәр береһенең орнаменттары төрлө-төрлө була, үҙҙәре бик матур ғына.

Шәл тураһында һүҙ сыҡҡас, әле генә булған ғауғаны онотҡандай, Ямалдың йөҙө балҡып китте. Моғайын, был шөғөл уның яратҡан, күңел һалған эшелер.

– Мин ней, үҙем уйлап сығарам. Яҙ көнө, кәзәләремде тарай башлағас та, башыма мең төрлө күбәләктәр ҡунған кеүек, биҙәктәре күҙ алдыма килә лә башлай. Һәр береһен, онотмаҫ борон, ҡағыҙға төшөрөп ҡуям… – Һеҙҙең кәзәләрегеҙ күп шул, етмәһә, дебетлеләр, бигерәк һәйбәт тоҡом.

– Улар башҡорт кәзәләренең иң боронғо тоҡомо. Ырымбур шәлдәре, тип йөрөтәләр ошо кәзәләрҙең дебетенән бәйләнгән нескә шәлдәрҙе. Уның хаҡында йыр ҙа бар, тик урыҫса йырлайҙар, ишеткәнең барҙыр.

– Һуң унда шәл тип түгел, яулыҡ тиҙәр бит. Ә яулыҡты бәйләмәйҙәр!

– Әйтәләрҙер инде… Шәл тиһәләр, башҡортса була бит. Тик мин ошоға тиклем бер ваҡытта ла беҙҙең мәрйәләрҙең шәл бәйләп ултырғанын күргәнем булманы. Бер уйлап ҡараһаң, күпме күҙ нуры түгелә унда, күҙ йәше лә бөркөлә шәл бәйләгәндә. Ә башҡалар беҙҙән үҙҙәре килеп һатып алып китәләр, аҙаҡ, төрлө баҙарҙарға йөрөп, бик ҡиммәткә осоралар, хатта, тағы һиңә заказ бирәләр. Оялмай, эшләп тапшырыу ваҡытын да ҡуялар, анһат, тип уйлайҙармы икән шәл эшен. Ашаған белмәй, тураған белә һуғандың әселеген, ти Камила апай.

– Өләсәйем дөрөҫ әйтә ул. Ә ниңә үҙегеҙ баҙарға йөрөмәйһегеҙ һуң, Ямал апай? Тирә-яҡта хәҙер баҙарҙан күп нәмә юҡ, быуа быуырлыҡ, ти олатай. – Йөрөп ҡара… – Ямал Зәйнулла яғына ымланы. – Һуңғы тинде ашап, ас ултырмайбыҙ, беҙ хәйерсе тоҡомонан түгел нәмә һатып йөрөргә, ти. Үҙе лә баҙарҙан алырға яратмай, магазиндыҡын хуш итә. Йоҡланы һымаҡ үҙе. Эйе, бер йығылһа, таңға тиклем ята ул. Шунан гонаһы булмаған бала кеүек, бер ғәйеп тоймай, өр-яңы кеше булып йоҡонан килеп тора. Тауыш- тынһыҙ, ҡабаланып тағы эшкә китә. Малайҙарын ҡосаҡлап, һөйөп ала. – Ярай, Ямал апай, беҙ ҡайтайыҡ инде, әле түтәл утап йөрөй инек.

– Һин кем менән килдең һуң? – Оҙатҡанда ғына Ямал, арба янында аптырап, һүҙһеҙ ҡарап торған Марфаға күҙ төшөрҙө. – Кем ул? Әллә ауылдағы өләсәйеңдең берәй туғаны ҡунаҡҡа килдеме? Һиңә үҙе ныҡ оҡшап тора.

Гөлназ күҙҙәрен мөлдөрәтеп Марфаға ҡарап алды, ниңәлер тынысһыҙланды, аҙаҡ, күңелле итеп, асыҡ йөҙ менән йылмайып ебәрҙе.

– Марфа апай ул. Әле һеҙгә бергә килгәйнек, тик ул ҡунаҡ түгел!

Үҙенең ниндәй тышҡы ҡиәфәттә тороуын күреп, уңайһыҙ булһа ла баш эйеп иҫәнләшеп, Ямал өйгә инеп китергә ашыҡты.

– Тағы бер тапҡыр рәхмәт һиңә, Гөлназ. Кеше алдында был күлдәктә күренеүе миңә оят, инәйем инде. Аҙаҡ иркенләп танышырбыҙ, йәме?

Закрыть