Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 173.

2022 «Ватандаш» №7 172 – Зәйнулла! Сәй-шәкәр алырға ла өйҙә аҡса юҡ бит. Эсмә һуң үҙең! Һин бит йорт һалған кешеләрҙә йөрөйһөң. Саҡырһалар, совхозға ла бараһың – эшләп ҡайтаһың. Хеҙмәт хаҡы бирәләрҙер бит, моғайын… – Ә һин, ирем эсә, тип донъя ҡуптарма! Конторға барып, һоранып йөрөмә! Үл астан, әммә һоранма! Дача бариндары беҙҙең кеүек арзандарҙы эҙләп, ат кеүек емертеп эшләтеп, самогондарын һемертәләр генә! Аҡса һорап ҡара – ҡыуалар! Элекке кеүек хеҙмәт законы юҡ уларҙа. Улар – баш, беҙ – ҡол! Ҡолға әйләндерҙеләр беҙҙе! Шуға эсәм! Бер нәмә беләһем, күрәһем дә килмәй!

– Һуң, беҙҙең балаларыбыҙ бар бит! Улар әле Зәки ҡайнағаларҙа йөрөй.

– Эт бисә, сыйылдама башҡа! Торма күҙем алдында – марш, өйгә ин!

Йоҙроҡтары төйөлгән Зәйнулла торорға маташа башланы. Шуны ғына көтөп торған Гөлназ, янында ултырған буш биҙрәне алды ла Ямал янына барып баҫты. Йөҙөндө ҡурҡыу ҙа, борсолоу ҙа юҡ ине уның.

– Бына, Ямал апай, биҙрәгеҙҙе алып килдем, кисә һорап торғайным бит. Соланға индерәйемме? Әллә аласыҡта ҡалдырайыммы?

Бындай нәмә йыш була торғандыр инде, Ямал өтәләнеп киткәндәй булды.

– Әйҙә, әйҙә, өйгә ин, Гөлназ, мин һиңә бәйләй башлаған аҡ шәлемде күрһәтәйем. Тегенеһен, һин оҡшатҡанды яңыраҡ һатып ебәрҙем – алдылар.

– Зәйнулла ағай, зинһар өсөн, әҙерәк шылһағыҙ, мин өйгә үтеп китәйем.

Үҙенең ҡаршыһына баҫҡан ҡыҙҙы күргәс, Зәйнулла һиҫкәнеп китте, башын һелкеп, күҙҙәрен сылт-сылт йомдо, аҙаҡ, ярһыуы баҫылған һөҙгәк үгеҙ кеүек тамам тынысланып, ойоған кешеләй әкрен генә: – Һинме был, Гөлназ? Ҡара әйҙә, еңгәңдең шәлдәре матур… – тине лә урынынан ҡуҙғалып, оҙон, ҡаҡса буйын эйә биреп, стенаға тотона-тотона солан эсенә үтте, тәҙрә ҡаршыһын буйлаған иҫке диванға ултырҙы, аяғына кейгән кедаһын ҡаршыһындағы мөйөшкә асыулы быраҡтырҙы ла, күптән әҙерләнгән йыйнаҡ таҙа урынға, эш кейемен дә сисеп тормай, барып ауҙы.

– Ямал! Иртәгә сәғәт биштә уят. Теге барин-бай эште иртә ҡуҙғата… – Ярай, ярай. Биштә торорһоң, уятырмын. Ял итеп ал, борсолма,– Ямалдың да тауышы тоноҡ ҡына, ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты. Көрһөндө. Туҙған сәстәрен рәтләп, йыртылған күлдәк итәген бөрөштөрөп тотҡан Ямалдың ҡыҙарған йөҙө кинәт асылып китте.

– Ҙур рәхмәт, Гөлназ! Ярай әле һин бар! Һәр ваҡыт тынысландыраһың. Бер һүҙ әйтә алмайым бит ошо Зәйнулла ағайыңа, юҡ-барға ҡыҙа ла китә. Түрәләрҙең үҙен еңә алмай, ҡоһорон миңә төшөрә. Балаларҙың да ҡотон алып бөттө, уларҙың ни ғәйебе бар донъя ҡуптарылыуында? Хәлем бөттө… – Хәҙер йоҡлай ул, Ямал апай. Ә һеҙ шәлегеҙҙе бәйләп тик ултырығыҙ.

Бер ни булмағандай, Зәйнулла тынысланып йоҡлап китһен өсөн, өй эсенә үтеп, бер аҙ көтөрләшеп алдылар. Марфаны ла саҡырғайнылар, башын һелкте.

ПРОЗА
Закрыть