Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 172.

171 2022 «Ватандаш» №7 Г өлназ үҙе үк Марфаны етәкләп алды. Күҙе тонған ир ишек алдына килеп ингән күршеләренә иғтибар ҙа итмәне. Уға, ысынлап та, күҙенә ҡатыны ғына күренә ине шикелле. Ҡарлыҡҡан тауышы тирә- яҡҡа яңғырап тора. Урамдан үтеп торғандарҙың быға иҫе лә китмәй, күрәһең, ҡапҡа яғына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына үтеп китеп торалар. Бындай хәлгә күптән өйрәнеп тә бөткәндәрҙер, ахыры. Ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа, туҡтамайҙар ҙа. Марфа ары үтмәне. Тәртәһе емерелгән арба янында туҡтап ҡалды, артабан атларға баҙнат итмәне, шар асыҡ ҡапҡа янынан үтеп барыусыларҙан оялды. Бындай алама ир донъяһын Марфаның ғүмере күргәне юҡ ине. «Ниңә шул тиклем тәртипһеҙ йәшәйҙәр икән? Әллә ялҡауҙармы үҙҙәре? Хатта бер нисә урындан уртаһы йыртылған, ҡорғаны ғына тартылған солан тәҙрәһенең дә быялаһы юҡ, ишеге шаҡарылып ҡыйшайған, өй янына ултыртылған сәскә түтәлдәре туҙҙырылған», – тип уйланы иҫе китеп.

Гөлназ да, ашығып килһә лә, ҡапыл ғына улар янына барманы, ниндәйҙер яйлы мәл көтөп булһа кәрәк, бәләкәй аласыҡ янында торған бүкәнгә ултырҙы.

– Сеү Зәйнулла, шул да булдымы тауыш күтәрерлек нәмә? – тип ялынды, ҡатыны күҙҙәренән йәш сөмбөрләтеп. – Тыныслан инде, минең ниндәй ғәйебем бар һуң быға? Бухгалтер килгән, аҡса бирәләр, тигәс, үҙең өйҙә булмағас ни, башҡа бисәләргә эйәреп барғайным шул клуб яғына...

– Йә, күпме мең алдың, һуҡыр тин ҡулыңа тейҙеме, аңра бисә?

Зәйнулла ҙур йоҙроғон болдор баҫҡысында бейетте, торорға уйлағайны, булдыра алманы, күп эскәне күренеп тора ине, ә шулай ҙа телен эштән бушатманы, күҙҙәре аларып, һаман аҡырыуын дауам итте. – Был донъяла бар нәмәгә бисәләр ғәйепле! Дөрөҫ әйтәләр, был тормошта ике ҡурҡыныс нәмә бар. Береһе – атом! Икенсеһе – хатын! Һорауыма яуап бирмәнең – йә, нисә һум алып ҡайттың конторҙан? Буш ҡулыңды миңә күрһәтергә ҡурҡаһыңмы әллә? Хәйерселәп, тегеләргә һуҙғанһың бит!

Ямал ҡатып, бер аҙ һүҙһеҙ торҙо: өйгә лә, урамға ла сығып китә алмай ине, шулай ҙа Гөлназдың килеп ултырыуы уға йән өргәндәй булды, ҡыҙға йомшаҡ ҡараш ташлап, һаулыҡ алыуын белгертеп, ипләп кенә башын ҡаҡты. – Аңра һарыҡ, нисәмә тапҡыр мин һиңә әйткәнем бар, контора тирәһендә аяғыңдың эҙе лә булмаһын тип! Хәҙер ер һөргәндәргә лә, һыйыр имсәген тартҡандарға ла аҡса бирмәйҙәр. Онот шуны! Ниңә, һин һаман да шул совет заманында йәшәйһеңме? Ана, совхозға хеҙмәт иткән тракторҙы тартып алып, эшһеҙ ҡалдырҙылар. Йә, хәҙер беләһеңме ул кемдең өйөндә ултыра? Хужалыҡтан юҡ хаҡҡа һатып алды ла, хәҙер күпмегә осорасаҡ уны? Белмәгәнең яҡшы булыр! Нисек мин эсмәҫкә тейешмен? Эсәм! Эсәсәкмен! Точка! Ә һин, бисә, тығылма минең янған йәнемә! Хәҙер бөтә ирҙәр ҙә эсә! Баҫа йөрәкте! Бел!

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА
Закрыть