Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 171.

2022 «Ватандаш» №7 170 бөтәһе өсөн дә өйҙәгеләрҙән үс ала – башҡаларға көсө етмәй, был бахырға көн бөтә. Уныһы әүлиә инде. Бөтә әрнеүҙәрен йөрәк эсенә һала. Башҡа берәү булһа, ирен тиҙерәк милицияға тапшырыр, йә булмаһа, депутатҡа йүгерер ине. Күпмегә етер икән түҙемлеге? Айыҡ сағында нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараны Гөлназдың олатаһы. Бер һүҙһеҙ, тыңлаусан бала кеүек баш һелкеп ултыра ла, эсеп алһа, тағы башлана ығы-зығы… – Һуң, балалары юҡмы ни? – Ир һүгенеүенә оялып, башын эйгән Марфаның күҙҙәре асыуҙан ялтыраны. – Бындай мәлдә улар ҡайҙа һуң? Ҡасалармы?

– Ҡайҙа булһын, Зәйнулланың ағаларына китә. Ямал бахырҡай ни – етем балаҡай. Яҡлар кешеһе юҡ. Ҡайнағаһы килеп кенә ҡустыһын бөрөп ала. Әҙерәк тынып ҡала бер аҙға, тик оҙаҡҡа түгел, шешә бушатҡанға тиклем… Тағы яман аҡырыуға ер-һыу булып илаған, әрнеүе ҡыҫылып-ҡыҫылып, һығылып сыҡҡан тауыш ишетелә башланы. Быға Камила инәй ҙә түҙмәне.

– Йә, мин киттем, әләйһә. Зәйнулла ағайыңды әҙерәк орошоп алырға кәрәк. Ямалдың бер кеме лә юҡ тип уйламаһын. Беҙ бар әле яҡында – күршеләре.

Үҙенсә ашығып, артҡа, мал яғына сыға торған ҡапҡаға ҡарай йүнәлде.

– Өләсәй, Зәйнулла ағай ныҡ эскән бит, әллә ҡайҙан һиҙелеп тора, барыбер үҙеңде тыңламаҫ. Һин ҡал, мин барһам, хәҙер йоҡлай ул. Ҡаты итеп.

– Ярай һуң, ҡалайым… Артур улым уянып ҡуймаһын, барығыҙ, – тип ауыр көрһөндө Камила инәй. –Һеҙ ингәс, минең кәрәгем дә теймәҫтер, моғайын. Асыу – айыу тиҙәр, беше ҡулы тейһә, берәй ерен имгәтеп ҡуйыр килендең, кем белә? Эй, эскелек, эскелек… Ҡасан бөтә инде аждаһа? Шуның арҡаһында күпме ғаилә тарҡала, күпме кеше үлә? Был донъяға ни булған? Элек туҙҙыра торғайнылар эскеселәрҙе.

Һөйләнә-һөйләнә китеп барған Камила инәйҙең артынан бер-ике аҙым яһаған Марфаны Гөлназ туҡтатты. Уның йөҙөндә ҡурҡыу ғәләмәте юҡ ине.

– Марфуша апай, әйҙә, минең менән. Ямал апайҙы күрерһең, танышырһың.

Марфа уңайһыҙланып китте, алдында барған бәләкәй ҡыҙҙың ғауға сыҡҡан ергә ашығыуына ғәжәпләнһә лә, бала кеүек уның артынан эйәрҙе. – Гөлназҡайым, шәп йүгермә инде, тороп тор! Ҡайһылай етеҙһең, ә!

– Әйҙә, әйҙә, Марфуша апай, тиҙерәк, берәй насар хәл булмаҫтан алда… – Гөлназ, нимә тип әйтерһең иҫерек кешегә? Беҙҙе күргәс, киреһенсә, ҡыҙып китмәҫме? Ҡыуып сығармаҫмы? Эскән кеше яман була ла инде… – Ҡурҡма, Марфуша апай, беҙ икәү, ҡыумаҫ оялмаһа.

– Эй Гөлназ, иҫеректәрҙе белмәйһең икән әле, ҡурҡма тигән була миңә… Аҡылдары юҡ уларҙың – араҡы юйып бөтөргән мейеһен, мин белдем инде.

ПРОЗА
Закрыть