Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 170.

169 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА сәстек. Атайым былтыр баҡса мөйөшөнә һыу колонкаһы ултыртты. Хәҙер рәхәт, йылғанан ыҙалап ташымайбыҙ, биҙрә менән сығабыҙ ҙа алабыҙ. Түтәлдәрҙе лә уның менән утарға һөйләшкәйнек, ваҡыты ҡалмай ҙа ҡуя шул. Шуға күрә үҙем генә башлағайным. Ә бөгөн беҙ икәү – һәйбәт. Ата- йымды ҡыуандырайыҡ. Һинең тыуған көнөңә тиклем эштәрҙе бөтөрөргә тырышайыҡ, тигәйне ул.

– Ысынлап та, һорарға онотҡанмын, ҡасан була һуң һинең тыуған көнөң, Гөлназ? – Теге аҙнала үткәрәбеҙ. Былай, беҙҙең бөтә нәмәбеҙ әҙер ул – күстәнәстәр ҙә, бүләктәр ҙә. Беләһегеҙме, Марфа апай, йыл һайын беҙ ҡайҙа барабыҙ?

– Юҡсы… Артур менән мине алып барһаң – белербеҙ… Сер түгелме?

Гөлназ күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә, аҙаҡ моңһоуланғандай булды.

– Йәл. Тик олатай менән өләсәй кискелеккә ҡала алмай, ни өсөн тигәндә, улар көтөүҙе икәүләп ҡаршы алалар, тәрбиәләйҙәр. Ә беҙ быйыл урманда йоҡларға ҡалабыҙ. Йоҡламайбыҙ инде, таңға тиклем уйнайбыҙ. Эйе, шулай. Уҡытыусы апайыбыҙ менән бөтә ауыл балалары походҡа барған кеүек. Беренсенән ун беренсе класҡа тиклем 17 бала һанала. Уҡыусылар һабантуйы үткәрәбеҙ. Быны олатайым күптән уйлап сығарған, бик күңелле буласаҡ!

– Урман алыҫмы һуң? Минең бер ҡасан да һабантуйҙы күргәнем юҡ.

– Быйыл атайымдың йәйләүенә барабыҙ. Унда ла бөтә нәмә әҙер, ти.

Былай ҙа тулҡынланып йөрөгән Марфаның йөрәге жыу итеп китте. Йәшерен генә йылмайған килеш ситкә ҡараны, әйтерһең дә, Гөлназ уның алһыулана башлаған бит алмаларын күреп, берүк оялтыр кеүек үҙен.

Ҡапыл уң яҡ күршеләренең ишек алдында ҡалын тауышлы ир ҡысҡырғаны ишетелде. Уның артынан һөйләнә-һөйләнә илаған ҡатын- ҡыҙҙың сеңләүе йөрәктең тыныслығын өтөп алды. Марфа үҙенең кинәт һикереп торғанын, ҡурҡыу ҡатыш ыңғырашыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙе менән яңы булып үткән онотолмаҫ ваҡиғаларҙы хәтеренә төшөрөп, ҡалтырап китте.

– Кемдәр улар, Гөлназ? Һеҙҙең туғандарығыҙ түгелме? Йөрәк ҡупты бит.

– Кемдәр булһын инде – күрше Зәйнулла ағай менән Ямал апай. Йыш ҡына ниңәлер тауыш ҡуба улар яғында. Бигерәк тә быйыл йышайып китте. Бөтә нәмә ишетелә.

Яндарына Камила инәй ҙә килде, ҡулдарын бер нисә тапҡыр күлдәк итәгенә һуғып алды. Тыныслығын һаҡларға теләп, асыуын шулай бел- гертте, күрәһең. – Эй-й-й, шул Зәйнулланың эсеүҙәре!.. Алма кеүек ҡатынының бөтмөшөн кимерә генә. Эсмәһә – кеше кеүек, эсһә – иблес. Ә һин, Мар- фа килен, ҡурҡма, башҡа кешегә теймәй ул, бар булғаны – ҡатынына бәйләнеү. Эшендә берәй хәл булһа ла, берәүгә һүҙе үтмәһә лә, эсеп ала ла
Закрыть