Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 169.

2022 «Ватандаш» №7 168 белгән өсөн, үҙ халҡым менән уртаҡ тел таба, эшләтә алғаным өсөн генә тота. Хужалыҡ эшен аңламаған белекһеҙҙәр килеп тулды, исемлектә генә улар… Беҙҙең дөйөм байлыҡты ситкә ауҙарыу өсөн йүгереп йөрөйҙәр. Элек байҙарҙан алһалар, бөгөнгө көндә халыҡтыҡын-хөкүмәттекен талайҙар. Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигән нәмә һәр саҡ иҫкә килә лә төшә. Үрҙәге яңы ҡуйылған баш түрәләр яйға һала алырмы икән Рәсәйҙең был болғанышын? Халыҡты яҡлап, илде элеккесә ҡаңғыртмай ғына, эстәге үҙебеҙҙең тартҡылашты еңергә көстәре етерме икән? Етер ҙә ул, сит-яттар килеп тағы ҡыҫылмаһа, ҡотҡо таратмаһа. Күреп торһам да, шул тиклем ышанғы килмәй ҡоролоштоң кирегә түңкәрелеүенә. Элек беҙ азат инек, бөгөн аҡсаға ҡол булдыҡ… Был ни хәл, Миҙхәт ҡустым? Анау әрмәндәрҙең шымыраҡ берәүһе менән һөйләшеп торҙом. Йәштәре армиянан ҡасып йөрөй икән беҙҙең яҡта. Уралда сит-яттарға тыныс. Ниндәй уй менән йөрөйҙәр – тикшергән, ҡыуған кеше юҡ. Араларында төрлөһө бар». «Мохтар ағай, конторала һин бер үҙең генә ҡалдың, шоферыңды алдылар, оҙон юлға сыҡһаң, бер үҙең йөрөмә…» – тигәйне Миҙхәт уға. «Үҙҙәре ҡурҡһындар, мин уларҙың ерен тапамайым. Тик улар нағайҙар менән бер тәртәгә егелгән… Шуныһы бар. Иртәгә һис шикһеҙ Андрей Ивановичҡа барам. Уның да бындай хәлгә һарыуы ҡайнай. «Эйе, китте. Эш тип янған Мохтар ағай кире ҡайта алманы – юлда янды… Тикшереү барҙы – тик һөҙөмтәһеҙ булды. «Нервыһы ныҡ ҡаҡшаған… Зур тиҙлек менән барған – юлдан ситкә осҡан…» Әлбиттә, Андрей Иванович ярҙамында көтөү һарыҡтары бында ҡалды, тик бер йыл эсендә барыбер яртыһы тигәндәй кәмене. Ҡарыша башлағас, ошо хәл… Миҙхәт урынынан торҙо, тамыр йәймәйәсәген белһә лә, ниндәйҙер өмөт менән һындырылған ҡайын ботағына Ҡараған һыуын сығарып ҡойҙо.

Ш ундай күңелле ине бөгөн Марфаға, тик ҡулдарына ғына эш таба алмай йонсоно. Нимәгә генә тотонһа ла, әллә Артуры Камила инәй менән Гөлназ итәгенән төшмәгәнгәме икән, тиҙ генә аҙағы күренә лә ҡуя. Ниндәйҙер тотоп торғоһоҙ, ҡайҙандыр килеп ҡунған елпелдәк көс уны өйрөлдөрөп алып йөрөнө. Йөрәге тулҡынлана, йыш ҡына малайын сикәһенән үбеп-үбеп ала, Гөлназды яратып, ҡыҫып ҡосаҡлай, Камила инәйгә ҡарап, үҙ итеп йылмая. Төштән һуң, Артурҙы әүрәтеп йоҡлатырға һалғас, өсәүләп баҡсаға сыҡтылар. Буш ултыра белмәгән Камила инәй ҙә йөн ҡолғаһын тотоп алды. Тәҙрә янындағы оҙон эскәмйәгә яйлап ултырҙы ла орсоҡ ебен һуҙа-һуҙа, осона беркетелгән ялтыр баҡыр төймәсәген баҡса буйлап түшәлгән тигеҙ таҡта өҫтөндә зырылдата-зырылдата, күңелле көй һуҙымында ойотоп бейеткән кеүек һалмаҡ хәрәкәт яһап, иләй ҙә башланы.

– Бәләкәсебеҙ уянһа, ишетермен. Үҙем ҡарармын, – тине. – Ә һеҙ үҙ эшегеҙ менән булығыҙ. Баҡса ла, өй эсе кеүек, тәртип ярата!

– Ярай, ярай, өләсәй, беҙ юғалдыҡ. – Гөлназ Марфаны ҡый үләндәре ҡаплап алып барған кишер түтәлдәренә алып килде. – Быйыл күп ПРОЗА
Закрыть