Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 168.

167 2022 «Ватандаш» №7 ағайға. Холҡо ла ҡырыҫланып китте. Ярай, янында ике ҡустыһы, күрше ауылда еҙнәһе менән апайының ғаиләһе бар. Шулар менән ауыр ҡайғыһын баҫып йөрөй.

М охтар ағай Андрей Ивановичтың хужалыҡ эше буйынса урынбаҫары ине. Директорҙы район үҙәгенә алып, уның урыны- на Нагаев фамилиялы бер кешене ҡуйҙылар. Беренсе көндә үк ул үҙен ныҡ ҡаты тотто. Үҙ йомоштары менән халыҡ директор кабинетына тиҙ генә үтә алманы. «Был түрә Нагайға ҡарағанда өлкә хужаһына тиҙерәк инерһең…» – тине халыҡ уның хаҡында. Бына шул мәлдә китте лә инде совхозды талау революцияһы. Малдар кәмей башланы, көнөнә өс-дүрт һыйыр малы һуйылып, ҡайҙалыр оҙатылды. Йәш таналар бигерәк тә йәл, тинеләр шул эшкә ҡуйылған малсы ирҙәр. Ә төҙөлөштә башҡалар ҡайнашты – әрмәндәр. Кәбеҫтәне, картуфты ҡытайҙар үҫтерҙе. «Үҙ төбәгендә Нагай ике ҡатлы өй һала, бында эйәреп килгәндәр ҙә урам бу- лып янына теҙеләсәк»,– тинеләр. Халыҡ был хужаға «колорадо ҡуңыҙы» тигән исем бирҙе. Өҫтән килгән түрә булғас, уртаҡ тел генә түгел, ҡулына эш таба алмаған халыҡ, өй ишегенә йоҙаҡ элеп, төрлөһө-төрлө яҡҡа тарала башланы. Ҡалаға килеп, ҡатындар урам һепереүсе, күп ҡатлы йорттарҙа баҫҡыс йыуыусы, ә ирҙәре йөк ташыусы, байҙарҙың ҡиммәтле өй-дачаларын төҙөп, һаҡсы булып эшләргә, ғаиләгә аҡса табып, көн итергә тырыштылар. Ауылдар һурығайҙы… Бына шулай Нагаев кеүек йылғыр кешеләр совхоз байлығын ашау ғына түгел, ҡалдыҡ-боҫтоғона ла ҡаныҡты. Әйтерһең дә улар, йылғыр махсус әҙәмдәр, ил талау, булған байлыҡты ҡул аҫтына алырға ебәрелгән ата ҡараҡтар. Һарыҡ көтөүҙәре Мохтар ағайҙың тыуған ауылында ғына тороп ҡалды. Былтыр уларҙы ла үҙәккә күсерергә бойороҡ бирелгәйне. Шуның өсөн элек һыйыр малы торған, бөгөнгө көндә бөтөнләй бушап ҡалған һарайҙарҙы йүнәтергә әрмәндәргә ҡушылды. «Фермала биш йөҙ меңлек аҡсаға нимә эшләйҙәр икән был әрмәндәр? Һарай төҙөк, бәрәсләгән һарыҡтарға ғына һәр көтөү өсөн урын бүләһе генә ҡала. Биш мең бирһәң дә рәхмәт әйтеп, ике эшсе лә быны атҡара ала бит. Эшләгән халыҡҡа таратырға аҡса юҡ, тиҙәр, ә быларға эҙләйҙәр. Үҙҙәре өсөн ҡалған малдың да һуңғы башын ашарға тырыша!» – тип, Нагай ҡуйған документ янына үҙ имзаһын һалмай, дыу килгән, ярһыған урынбаҫар ашығып район үҙәгенә, Андрей Ивановичҡа барырға юлға сыҡҡан. Фажиғәле үлем… Тигеҙ юлда машинаһы ла, үҙе менән алып китеп барған кәрәкле документ күсермәһе лә ситкә осҡан. Районға юлланыу алдынан ғына, бер көндө, йәйләүгә һуғылып киткәйне. Ошо түмәргә ултырып, ифрат йонсоған йөҙлө, сал төшкән башын баҫып, аҫҡа эйеп, бер килке уйланып ултырҙы. «Миҙхәт ҡустым, ҡот осҡос бола ҡуптарған тәртипһеҙлек, иҫәп-хисапҡа бер ниндәй контроль булмаған дәүер килә… Был хәл беҙҙә генә түгел, бөтә Рәсәй буйлап таралды. Көндән-көн совхоз штатындағы эшселәр кәмегәндән- кәмей. Минән башҡа бөтә баш белгестәр алмашынды. Мине Нагаев эште Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА
Закрыть