Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 167.

2022 «Ватандаш» №7 166 башын ашай ҡомһоҙ үләкһә ҡоҙғондары. Уларға ҡаршы берҙәмлек көсө генә ҡаршы тора ала. Миҙхәт менән Сәғит ағай баштарын һелкеп кенә ризалыҡ биреп торҙолар ҙа, рәхмәтле ҡараш менән ҡартты оҙатып ҡалдылар. Аҡбәкәл еңел аҙымдар менән юрғаланы. Был юлы Кетмер арттан эйәрмәне, ҡайтыр юлға төшөп алғас, үҙе алдан сапты. Юлда уйнаманы, өйҙә тәмле аш көткәнен белә ине ул. – Кеше хаҡын ашағандарҙы, ҡулымдан килһә, ҡырып бөтөрөр инем мин. Беҙҙең алда яуап бирмәһәләр ҙә, берәй мәл Хоҙай ҡаршыһында торорҙар. Нисек оялмай халыҡтан, нисек ҡурҡмай Хоҙайҙан? Иблес ҡуштандары… Сәғит ағай тағы ҡыҙара башланы, уның ярһыулығын тотоп ҡалырға теләп, Миҙхәт һүҙҙе икенсегә, кәңәш ағымына борорға тырышты.

– Көтөүҙәр бер-береһенән көндөҙ алыҫ йөрөй, берәй хәл килеп сыҡһа, ысынлап та, бер-берегеҙгә ярҙам итә алмайһығыҙ. Биш көтөүҙән өсәү генә ҡалды, әллә йәйләүгә яҡыныраҡ киләһегеҙме?

– Ибраһим ағай фекеренсә, быйыл беҙгә әлеге бурҙар башҡа тығылмаҫ. Андрей Иванович уларҙы ер тишегенән дә табасаҡ. Быныһы шикһеҙ. Ә бына өлкән көтөүселәргә һунар мылтығы бирһәләр артыҡ булмаҫ ине. Шулай бит?

– Был турала үҙебеҙҙең директор ҡайтҡас һөйләшербеҙ, Сәғит ағай, хәл итә алмаһаҡ та, чабандарға мылтыҡ бирелгән, тигән хәбәр сығарырбыҙ. Йүкә телефоны тиҙ тарала. Берҙе бурлыҡҡа килгәс, ысын- дыр, тип уйлар ҡараҡтар. Етмәһә, ата бурҙы үҙең дә күрҙең, ҡурҡытһа ла, был яҡта башҡа йөрөмәҫтәр.

– Уныһына ла рәхмәт, – тине Сәғит ағай, – тик шуныһы йәл, Ан- дрей Иванович былтыр ҡайтҡан булһа, хужалыҡтағы ғауғалар әҙерәк булыр ине, ағайым да, бәлки, иҫән ҡалыр ине… Улар икәүләп совхозды күтәргәйнеләр бит теге йылдарҙа. Мохтар ағайымды һуңғы юлға оҙатҡан саҡта барыбер кире ҡайтасағын Иван бабайға белгертеп киткән, тиҙәр. Ышанам әйткәненә. Тыуған ояһының туҙҙырылыуына юл ҡуймаҫ ысын ир уҙаманы, ҡуш йөрәкле ул. Ярай, Миҙхәт ҡустым, мин китәйем инде. Егеттәрҙе тынысландырайым. Йыйылышып, мине көтөп ҡалғайнылар. Ялға сыҡҡандарҙы ла ҡайтарайым. Мохтар ағаһын иҫенә төшөргәс, Сәғит ағайға ҡапыл ауыр булып китте, тиҙерәк тағы бер тапҡыр рәхмәтен әйтеп, бригадирының ҡулын ҡыҫты ла, бәйләп ҡуйған атының яңағынан һөйөп алғас, ашығып тау итәгенә ҡарай юрттырҙы. Еңелсә һулап, тирә-яҡты байҡап алған Миҙхәт тә өйөнә инеп китергә был юлы ашыҡманы. Тәҙрә төбөндә тәгәрәп ятҡан оло түмәргә барып ултырҙы. Ҡапыл ҡулына килеп эләккән суҡлы ҡайын ботағына ҡараны ла, бөтә асыуын алырға теләгәндәй һындырып, аҫҡы осон аяҡ баҫылмаған йомшаҡ ергә тыңҡыслап тығып, күмеп ҡуйҙы. Тамыр йәйә алмаһаң да, ошонда баҫып тор, былай ерҙә аунап ятма. Эйе, ауыр Сәғит ПРОЗА
Закрыть