Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 166.

165 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА ябай кеше – көрәк, сүкеш тотҡандар тыуҙыра, беҙ һанап ҡына ултырабыҙ. Хужа һаналғас, көсөгөҙҙән килгәнсә, уларҙың көнкүрешен дә яҡшыртығыҙ, бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартмағыҙ, ти торғайны беҙҙе йыйған саҡта. Бүләктәрҙе лә малсылыҡта, игенселектә эшләгәндәргә бирергә тырышты. Бәлки, түләттермәҫ тә… Сәғит ағайҙың иҫән ҡалғанына ҡыуаныр ғына. Һеҙ ризамы минең әйткәнгә? Атай, һинең әле ике кәңәшең бар шикелле… – Ҡорбан салырбыҙ, – тине Ибраһим ҡарт тамам Миҙхәттең ҡарарына риза булғанын белдереп. – Ололарҙы, бала-сағаны һыйларбыҙ. Икенсе кәңәшемә үҙегеҙ юл таптығыҙ. Әлбиттә, һеҙҙе яҡын күргән, ситкә типмәгән хужанан яҡлау, аңлы уйланған ниәткә ризалығын ысын күңелдән һорарға кәрәктер. Нисек кенә булмаһын, һәр бер хужа үҙенә ышанған тоғро, ныҡ кешеләргә таяна. Шуға күрә, төйнәгән фекеремде сисәйем. Бәлки, түләттермәҫ тә, тип әйттең бит әле, Миҙхәт, эйе, уйлағаның бик дөрөҫ. Уға, Нагай һымаҡ, мал аҡсаһы түгел, һеҙ кәрәк. Был ташҡа тиҙерәк баҫып, кемгәлер ярамһаҡланып сығарған, мәңге үҙгәреп торған закон түгел, ә тормош законы, урыҫтар әйтмешләй, тормош көтөү – баҫыу аша үтеү түгел ул. «Эсе ҡараның тышы ла ҡара», – тиҙәр. Был һеҙгә лә мәғлүм. Ә инде Андрей Ивановичтың кире ҡайтыуы күптәрҙең тормошона ыша- ныс күпере һаласаҡ. Һау булһаҡ күрербеҙ, Алла бойорһа. Шуның өсөн, егеттәр, балтағыҙҙы һыуға төшөрмәгеҙ, ныҡ булайыҡ.

Сәғит ағай еңел көрһөнөп ҡуйҙы, әйтерһең дә, төн емергән яҡты уй- кәртәһен яңынан бергәләп торғоҙоп ултыртҡандар ҙа, башынан һыйпап, тынысландырып ҡуйғандар… Етмәһә, Ибраһим ҡарт та уның яурынын балаларса яратып, ҡаҡҡылап алды. Миҙхәт тә тынысланғандай булды.

– Бирешмәгеҙ, улым, баш һау булһа, мал табылыр, тик ул хәләлдән булһын. Ә инде өсөнсө кәңәшемдең, бәлки, кәрәге лә теймәҫ… Минең үҙемә шулай тойола. Икенсе этап тигән хәлде булдыра алһағыҙ, өсөнсө этап тигән нәмә үҙенән-үҙе килер. Бына шулай, уҙамандар, беҙ байлыҡ- аҡса тупламаныҡ. Аҡыл көсө-кәңәш тупланыҡ. Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре быуыр, тиҙәр. Халыҡ белмәй әйтмәй, таянығыҙ бер-берегеҙгә, айырылмағыҙ. Баллы сәйҙе тағы яңырттылар, был юлы сәй бик тәмле ине, күңел күтәренкелеге лә һиҙелә башланы.Ҡайтыр саҡта Ибраһим ҡарт тағы бер нәмә хаҡында аңғартты.

– Директор ҡайтһа, тиҙ арала, бәлки, үҙе килеп сығыр. Июнь айы, был мәлдә баҙарҙарҙа ит кәмей башлай, уғрылар тик тормаҫ, кеше ма- лына ла йәбешер. Беҙҙең бурҙар Шаман юлына төшкәс, Магнит ҡалаһы яғына юл тотҡандар. Андрей Иванович райондағы хөкүмәт хеҙмәткәрҙәрен яҡшы белһә лә, һеҙҙең хаҡта ул яҡтарҙа һүҙ төртмәһен, белмәһендәр. Был бурҙар тағы ауға сығасаҡ, бер башлағас, аң торорға кәрәк. Икенсе, өсөнсө урлыҡта барыбер тотолорҙар. Ҡыҫһалар, беҙҙең хаҡта ла йомғаҡ бауы сиселеп, һүтеләсәк, һеҙ йылғаның икенсе ярында ҡаласаҡһығыҙ. Ҡаҙаҡ ул ҡаҙаҡ инде, үс алмаһын, тим… Тик быны ҡурҡыу, тип уйламағыҙ, бала- лар хаҡы өсөн әйтәм. Замана башҡа хәҙер. Алтын өсөн бер туғанының да
Закрыть