Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 165.

2022 «Ватандаш» №7 164 ПРОЗА Китер саҡта ыҙғыш сығыуын, ҡойроғона баҫыуҙарын теләмәҫ. Алыуын- алды, башҡа был яҡта күренмәҫ әлегә… Шулай ҙа һаҡ булығыҙ, ҡомһоҙ йыртҡыс юлды белә. Хәҙер түрә алмашҡанда уңда-һулда баҙар ҡайнай ул… Яңынан үҙебеҙҙең директорҙың ҡайтыуын хәйерлегә юрайыҡ. Сит-яттар булһа, үҙе артынан бөтә армияһын эйәртеп килә торған. Бер сәбәпһеҙ бындағыларҙы эштән сығарыу башланасаҡ арыу урындарҙан. Килгәндәр һине барыбер үҙһенмәй, ваҡытлыса ғына төпләнәләр ҙә төбәктең бөтә булған байлығын кимерәләр-кимерәләр ҙә, үҙ ҡаҙандарына һыпырып, тултырып, миллионер булып, Шамахан батшабикәһе кеүек юҡҡа сыға ла ҡуялар… Аҙаҡ тағы ла ҡайҙалыр ҡалҡып сыға улар. Был күренеш халыҡты мөсһөҙләндерә, үҙ көсөнә үҙе ышанмай башлай. Тимәк, ил ҡаҡшай, ил икегә бүленә. Байҙарҙың көрәгән байлығы – ил байлығы. Ә ил байлығын халыҡ тыуҙыра. Быны берәй ваҡыт аңларҙармы икән?!. Бөтә донъя алдындағы абруй, ил баһаһын һаҡлау, үҙе бай халыҡ ҡөҙрәте менән генә яҡланасаҡ.

Сәғит ағайҙы бошонҡо уйҙар тағы баҫып алды. Бына-бына халыҡ ҡалҡынып килә тигәндә генә, тағы крепостной хоҡуҡ… Бер тинһеҙ бер ҡайҙа ла сығып булмай, хатта һыйыр малына бешергән бутҡа ашаған мәле лә булды ҡайһы берәүҙәрҙең. Ҡапыл үҙгәреш кисергән халыҡ ап- тырашта ҡалды, уйламағанда тимер ҡаҙаҡ башҡа ҡаҙалды шул. Ә инде теге бур ҡаҙаҡҡа килгәндә, артында ныҡ арҡалауы булғанға күрә шулай маһайып һөйләшә, ҡәһәр. Жулдыбай ҡараҡ – Нагайға, бур Нагай өҫтәге хужаға таяна.

– Ярай, тынысланайыҡ, иптәштәр! Бәләкәй генә йыйылышты дауам итәйек. – Миҙхәт тағы ҡайнар сәй яһап бирҙе. – Тамаҡ сылатып алығыҙ, доклад һөйләр алдынан. Ә ҡайтасаҡ директорҙы, әгәр был һүҙ дөрөҫ булһа, беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Эйе, атай, ул һинең дуҫың Иван ағайҙың кесе ула- ны – Андрей Иванович инде. Салауат ағайым менән бергә уҡыны, уныһы ла мәғлүм. Ошоға тиклем район малсылығының баш белгесе булды. Мин уның эшмәкәрлеген яҡшы беләм. Янып йөрөнө ул. Совхоздың бөлгәнен күреп, түҙә алмай, ҡайтырға күптән һорап йөрөгән. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йыш килде шул беҙҙең яҡҡа, директорҙы бешә торғайны. Мал таратыуына, ерҙәрҙең һатыла башлауына һис түҙә алманы.

– Ивандың улы ҡайтһа, бирешмәҫбеҙ, – тине Ибраһим ҡарт. – Ул эш кешеһен ихтирам итә. Атаһы ла бөтмөр булды. Беҙ уның менән Магнит ФЗО-һына бергә киткәйнек заманында. Мин ҡайтҡас, ул да оҙаҡ торманы, тиҙерәк артымдан йүгерҙе. Хаҡлы ялға киткәнсе, совхозда слесарь булып эшләне. Хәҙер бына һеҙгә ҡалды инде донъяны теттерергә, уландар.

– Атай, әгәр ҙә ул һүҙ дөрөҫ булһа, беҙ ҡабаланмайыҡ… Кабинетын ҡабул итеп алғас та сыҙамаҫ, белгестәрҙе йыйып, йыйылыш үткәрер ал- дынан бөтә булған эш нөктәләрен үҙе ҡарап сығыр. Беҙгә лә юлы төшәр. Шунда күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ… Мин уның холҡон һәйбәт беләм, ул хеҙмәт кешеһенең ҡәҙерен күтәрә торған түрә. Байлыҡты
Закрыть