Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 164.

163 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА Ундайҙарҙы мин ҡыҙыҡһынып күҙәтеп йөрөйөм: иң алда улар машина ала, аҙаҡ, отпускыға ҡайтҡан һайын, йыл буйы туплаған аҡсаһына йорт төҙөй башлай, туғанына ла ярҙам итә. Шулай. Сит ер – сит ер инде. «Илсе Ғайса» йырын беләһең бит.

Аҙаштырған болан балаһындай, Ғәзиз башым ситтә интегәм.

Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна, Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.

Сит ергә тәнең менән йәбешһәң дә, йәнең менән йәбешә алмаҫһың шул. Беләм, унда һеҙҙең бөтә нәмәгеҙ булыр: һинең һәр эшеңде хуп- лап торған ҡайның, кейәүем тип өҙөлөп торған ҡәйнәң, ҡуш булырҙай ҡайнағаларың, ҡорҙаштар ҙа табылыр. Үҙ ерендә килендең дә һөйөүе үҫер. Пермь башҡорттары ла беҙҙекеләр улар, тик һин, армиянан башҡа бер ҡайҙа ла йөрөмәгән кеше, унда тиҙ ерегә алмаҫһың, аҙаштырғандай һиҙерһең үҙеңде.

Атаһы берәйһе менән әңгәмәләшкәндә бер ваҡытта ла һүҙгә ҡыҫылмаған Миҙхәт өҫтәлгә табын урыны әҙерләне: һәр береһенә оло касаға сәй яһап ҡуйҙы, атаһы алып килгән күстәнәстәрен теҙеп һалды. Ул да уйға батҡан, тик күҙҙәрендә хәл иткес ниндәйҙер осҡон сағыла. Йөҙө ҡыҙарған Сәғиттең маңлай, сикәләрендә аҡһыл юлаҡ күренә башлаған. Был уның сығырынан-сығып та, ләкин үҙен тота алырлыҡ көс билгеһе ине. Ибраһим ҡартты аңлаһа ла, үҙенә лә һорау бирҙе.

– Тыуған ер тота тип, бурҙарға хеҙмәт итеп йөрөйөммө инде шунан? Һарыҡ ҡырҡҡандан һуң ярты йыллыҡҡа ревизия үткәрәсәкбеҙ. Әгәр шул нәмә үтеп киткән булһа, бигүк ҡайғырмаҫ та инек, хәйерсегә ел дә ҡаршы, тигәндәй… Һарыҡтар бәрәсләп торһа, йыл аҙағына тиклем бер әмәле та- былыр ине – түләп тә бөтөр инек бер саҡ. Тик минең өс бала уҡып йөрөй. Ысынлап та, Себер сығып китергәме икән? Баш ҡатты инде.

– Беренсе кәңәшем шул: әлегә бер кемгә лә хәбәр ҡатмағыҙ. Хәҙер һеҙҙе тыңлайым, аҙаҡ икенсе, өсөнсө кәңәшемде бирермен.

– Кисәге көтөүселәргә ҡәтғи рәүештә белгерткәнмен: бер кемгә лә бер өн сығармаҫҡа. Икенсенән, ит алып барғанда, сер итеп кенә Тәзкирә бер хәбәр еткерҙе – ошо айҙа беҙгә үҙебеҙҙең директор – Андрей Иванович ҡайта икән, ысын булһа. Тик әлегә көнө билдәһеҙ. Йә бөгөн, йә иртәгә, тигәндәй. Белһәләр, контора мыжғый башлар ине умарта ҡорто кеүек. – Миҙхәт атаһына һынаулы ҡараны, кәңәштәрең үҙгәрмәҫме, тигәндәй тойолдо уның был ҡарашы. Түҙемһеҙләнеп көттө, әлегә шымды.

– Тимәк, үрҙән берәү был серҙе аҫҡа төшөргән, – тине Ибраһим ҡарт уйсанланып. – Бал әсей башлаһа, һауытта булған бар эсемлек бызмырҙап, ҡайнарға тотона. Аңлашыла, был Нагайҙың бойороҡ эше, китеүен белгән. Шуға ашыға. Уға белгертһәгеҙ ҙә, үҙегеҙгә шарылдар- шарылдар ҙа ыңғай яҡҡа бер нәмә бормаҫ. Милицияға ла хәбәр итмәҫ.
Закрыть