Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 163.

2022 «Ватандаш» №7 162 ПРОЗА ҡушылыр. Беҙ көс түгелме ни? Аҡсанан да көслө нәмә була, ул – милләт берҙәмлеге. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тиҙәр. Юҡҡа әйтмәгән халыҡ уны.

Сәғит ағай Ибраһим ҡарттан ғәфү үтенгәндәй кеселекле ҡараны.

– Ҡаҙаҡ тимешләй, ул кешенең исеме Жулдыбай түгелме? – Ибраһим ҡарт Сәғиттең яуабын көтмәне, – моғайын, Сирекбайҙың оло уланы- лыр. Атанан күргән – уҡ юна, тиҙәр башҡорттар, моғайын, атаһы юлын ҡыуалыр. Холҡо атаһына оҡшап, ул да маһайыусан, уҫал, мәкер икән… – Һуң, беҙҙең менән йәшәгән ҡаҙаҡтар улай түгел бит – һәйбәттәр.

– Күпме йылдар бергә йәшәйбеҙ, уларҙың холҡо ла беҙҙекенә тартыла инде. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиҙәр бит. Ә Сирекбайға килгәндә, ул Ырымбур өлкәһенә күрше генә ҡаҙаҡ ауылы- нан. Бер башҡорт ҡыҙын яратҡан, тип һөйләйҙәр. Үҙенә кейәүгә сығырға ризалығын ала алмағас, урлап ҡасҡан. Беҙҙең егеттәр шундуҡ һиҙеп ҡалып, артынан ҡыуа төшөп, тегене туҡмап, ҡыҙҙы алып ҡайтҡандар. Ҡыҙ яратҡан егетенә кейәүгә сығып, әлеге лә баяғы Себер яғына эшкә китеп, хәҙерге көндә матур итеп донъя көтөп яталар. Ә Сирекбай ғәрлегенән ошо яҡҡа килеп сыҡҡан икән. Район үҙәгендә, баҙар тирәһендә, эшкә төшкән. Туғандары менән ныҡ бәйләнеш тота. Ҡулына эләккән малы Ырымбур аша Ҡаҙаҡ иленә шыла тиҙәр. Ул яҡҡа беҙҙең дә, Башҡортостандың да аттары күпләп юллана. Гәзиттәрҙә йыш ҡына яҙып торалар. Элеккесә ҡарымта була был. Ҡанға һеңгән нәмә хәҙерге тоҡомона ла күсә, байығыу йолаһы был.

– Эйе… – тине шым ғына Сәғит ағай. – Уның исеме Жулдыбай. Был- тыр бит һарыҡтарҙы кем урлағанын белмәнек. Шаулы ваҡыт, һарыҡтарҙы ҡырҡҡан мәлгә тура килде – берәүҙәрен алып китәбеҙ, берәүҙәрен алып ҡайтабыҙ, тигәндәй. Әсмә киленегеҙ әле бөгөнгө хәлде белмәй ята. Был- тыр уҡ, теге хәлдән һуң, уның туғандары беҙҙе үҙҙәренә йәшәргә саҡыра башланы. Әлегә, нишләптер, был яҡтарҙан, үҙебеҙҙең ауылдан, айырылып та булмай һаман. «Әллә нимәгә ошонда йәбешеп ятаһың, этем белһен, курс ҡына бөтөрһәң дә, беҙҙә сантехник булып эшләр инең. Ағайым күптән урын әҙерләгән», – ти. Ә мин бына ғүмер буйы Миҙхәткә ҙур рәхмәт белдерәм, күп кенә нәмәне унан өйрәндем. Былтыр яҙ ағайым мәрхүм булып ҡалды бит инде, йыллығын уҡытҡас, уйларбыҙ, шунан китербеҙ, тигән инем ҡатынға. Бына тағы, быйыл да, тағы йәйләүгә сығып киттем һәм тағы ҡаптым! – Тыуған ерең тартып тора, ебәрмәй һине, Сәғит ҡустым! Олатайың, атайың түшәге ебәрмәй. Эйе, Мохтар ағайың да бында ята… Тыуған яҡ – сәңгелдәк.

– Әллә инде, Ибраһим ағай… Ана, кешеләр Себергә китә. Байығып йәшәй.

– Күптәре ирекһеҙҙән китә, Сәғит ҡустым, ысынлап та, аҡса эшләргә, йәшәргә, балалар үҫтерергә. Тик барыбер, пенсияға сыҡҡас, тыуған яғына кире урап ҡайта. Һағынып, туған-тыумасалары эргәһенә килеп яҡыная.
Закрыть