Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 162.

161 2022 «Ватандаш» №7 Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА Шофер уға, мин танымаһын өсөн кабинаһынан сыҡмай ғына, нимәлер ҡысҡырҙы.

– Бына нимә, баш-ҡырт, һинең бисәң дә, үҫеп килгән ҡыҙҙарың да бик матур, белештем, малайың да Магнитта уҡып йөрөй, тел төбөн аңлайһыңмы, минең нимә әйтергә теләгәнде? Күренеп тора, алйот түгелһең, баш бар, онотма! Балалар һарыҡ бәрәне түгел. Берәй хәл була ҡалһа, бөтә көтөүеңде түләрҙәй булып, минең аяғыма үҙең килеп йығылырһың! Ҡурҡытма, хәҙер совет власы бөттө. Бурҙар заманаһы бөгөн! Халыҡ контроле түгел, һеҙҙән һайлатҡан түрәләрҙең дә беҙҙә эше юҡ. Һәр кемдең ҡулы үҙенә кәкре. Совхозды байытам, тип, түш киреп, кәрәкмәгән нәмәгә лә бәйләнеп, бушҡа ҡыҫтырылып, донъяға һыймай йөрөгән милиция көсөгө Мохтар абзыйың да юҡ хәҙер! Һинең менән дә шулай булыуы мөмкин… Понял, мужик аҡтығы?!

Теш араһынан минең яҡҡа ҡарап төкөрөп ебәрҙе, китергә кәрәклекте белгертеп, машина ҡапҡасын ҡаты итеп һуҡты ла, тағы ҡысҡырҙы.

– Онотма! Тының сыҡмаһын! Һиҙеп ҡалһам – үҙеңә үпкәлә, баш- ҡырт!

Алыҫтан ярһып, бер туҡтауһыҙ ҡысҡырып килгән башҡа чабандарҙың да тауышы ишетелә башланы. Бахыр һарыҡтарымдың ҡыҙғаныс баҡырыуын эйәртеп, машина күҙҙән юғалды. Килеп еткән иптәштәрҙе шып туҡтаттым, сөнки ғүмерҙәре өсөн хәүефләндем. Уларҙың да бар ҡоралы – ракета ғына бит. Әгәр ҡулымда мылтыҡ булһа, шул бәндәнең башын ашар инем, үҙем үлһәм дә, ҡыҙған саҡта… Ағайым хаҡы өсөн. Бына шулай, Ибраһим ағай!

Сәғит ағай ауыр көрһөндө, ғәйепле уҡыусы шикелле, башын аҫҡа эйҙе. Нимә эшләргә хәҙер? Элекке директорыбыҙ Назаров та юҡ. Ҡорота бит былар беҙҙе тағы ла. Хәҙер уларҙы тотоп булмай, берләшкәндәр бит күптән. Бөлдөрөргә тырышалар Рәсәйҙе. Һарыҡты түгел, илде лә һатырҙар. – Элек тә шулайыраҡ булды инде, Сәғит ҡустым. Тик бик аҡыллы эш иттеләр. Бүреләр ҙә туҡ, һарыҡтар ҙа имен булды ул заманда. Әлбиттә, бөгөнгө кеүек мал-тыуарҙы бурҙар урлаһа, уларҙы тиҙ арала тоттолар, төрмәһенә лә тыҡтылар. Моғайын, машинаның номерын хәтерләйһеңдер, Сәғит?

Унан ни файҙа, Ибраһим ағай? Директорға белгертһәк, тауыш-тынһыҙ ғына тағы түләтер. Милиция күҙенә эләкһә, шау-шыу ҡубыр, тик бер йүне лә булмаҫ. Ҡағыҙ кире директор өҫтәленә килеп ятасаҡ. Тегеләр тарафынан үс алыу башланасаҡ. Бергә улар. Шулай уйлайым мин үҙемсә. Һин бит бур, тип ул ҡаҙаҡтың күҙенә төртөп булмай, ысынлап та, бөгөн ваҡыты башҡаса, дөрөҫ әйтәләр, көслөнөкө – замана. Ә ул көс – аҡса!

– Шулай уйлайһыңмы, Сәғит ҡустым? Бына мин әле һиңә берәй дөрөҫ – алтын кәңәш бирҙем, ти. Ә һин миңә күп итеп аҡса түләйһеңме һуң? Берәү ҙә һинең яныңа килмәгән, ә Ибраһим ҡарт ҡаршыңда улты- ра. Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы. Тиҙҙән кәңәшкә Миҙхәт тә
Закрыть