Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 161.

2022 «Ватандаш» №7 160 Ҡ ыҙыу ҡанлы икәнен белгән Ибраһим ҡарт Сәғиткә әҙерәк тыныс- ланып, сисенеп ултырырға, ә Миҙхәткә иртәнге сәй әҙерләргә ҡушты.

– Сисен, ултыр, Сәғит ҡустым, яйлап ҡына һөйләшәйек, был тәңгәлдә уйлап эш итәйек. Беҙҙең заманда, йәшерәк саҡта инде, район үҙәгендә йәшәй торғайны бер килгән әҙәм. Ишеткәнең, бәлки, булғандыр. Сирекбай исемле ата бур ине. Ҡойроғон ҡыҫҡа тотто беҙҙең милиция. Өс тапҡыр төрмәлә ултырып сыҡты ул. Уның йыйған командаһынан тирә-яҡтағы халыҡ малына ла тынғылыҡ булманы шул.

Сәғит асыуынан тештәрен ҡыҫты, күҙе ялтырап китте, Ибраһим ҡарттың тыныс ҡарашын тойһа ла, ярһып, тағы һөйләй башланы.

– Кисә һарыҡтарҙы төшкөлөккә саңдауға һалғас, йәйләүгә аҙыҡ алырға тип ҡайттым. Әҙерләп ҡуйһам да, бөтөнләй иҫемдән сыҡҡан – онотҡанмын. Сәбәбенә күрә булғандыр инде, тимен. Йәштәр, теге ике игеҙәк парҙарым, Сынтимер менән Биктимер, сәй ҡайнатырға ҡомған аҫып ҡалды. Оҙаҡ та йөрөмәнем һымаҡ. Килһәм, ҡот осҡос хәл. Ике этем дә атылған, яраланып, ҡанға туҙып ята. Ҡобараһы осҡан малайҙар ҡайынға бәйләнгән. Һарыҡтарым саңдауҙа юҡ – тирә-яҡҡа эркелеп, таралып бөткән. «Алып киттеләр әле генә…» – тип әйтә алды ярҙамсыларым. Мин күп уйлап торманым, ярһыу баш менән һөҙәк тауҙың уң яҡ битләүенән, үҙемдең уйымса, тегеләрҙең ҡаршыларына ҡапыл сығырға самаланым. Шулай булды ла. Һарыҡ тейәлгән ҙур йөк машинаһын күреү менән, башҡа көтөүселәргә сигнал биреп, ракета аттым. Уларҙың да миңә юлдаш булыуҙарын бурҙарға белгерткем килде. Быны күргәс, йөк машинаһының шоферы тиҙлеген арттырҙы, мылтыҡ атҡан тауыш яңғыраны. Мин бер нәмәгә лә иғтибар итмәнем. Йән асыуы йөрәккә үтеп ингәйне. Юлға төштөм дә, ат аямай бурҙар артынан саптым. Ҡапыл машина туҡтаны, һөрлөгөп китә яҙҙым. Үҙ тиремдән үҙем сығырҙай булып, алдарына ба- рып баҫтым. Дүрт кешенең берәүһен, һарыҡ көтөүенә һуҡмаҡ күрһәтеп йөрөүсене, шундуҡ таныным. Ул минең күкрәккә төҙәп мылтыҡ тоҫҡап, ҡыҫыҡ күҙҙәрен уҫал ялтыратып, бар көсөнә миңә ҡысҡырҙы: – Йә, үлемеңде баҫтырып килә ятаңмы, баш-ҡырт?! – тине теше араһынан сыҡҡан мыҫҡыллы тауыш менән, баҡырған һарыҡтарҙы аяғы менән типкеләп.

– Әгәр ҙә үҙеңдең гонаһтарың өсөн Хоҙай Тәғәлә минең йәнемде алырға ҡушһа, атып йыҡ! Тик минең тәнемде юҡ итеп өлгөрә алмаҫһың, беҙҙең егеттәр етеп килә, уларҙың һәр береһендә ҡорал! – Һай, баш-ҡырт, яуабын таба белә бит! – тип йәмһеҙ көлдө ул. – Һин хөкүмәткә эшләп йөрөйөм, тип уйлайһыңмы? Юҡ, һин беҙҙе байытаһың! Ғүмер буйы ҡол булдың һин үҙеңдең яратҡан хөкүмәтеңә, йүнһеҙ баш- ҡырт! Ауыҙыңды ас – үпкәң күренә бит! Бармы һинең алтын-көмөшөң, һанһыҙ малың? Ошолармы?

Бөтә донъяһын онотоп, тағы ла бит йыртып ғәрләндерергә, әллә нәмәләр әйтергә йыйынғайны, башҡалары тынысһыҙлана башланы. ПРОЗА
Закрыть