Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 159.

2022 «Ватандаш» №7 158 Йыйылышып, ойошҡан.

Нисек беләләр бер-берен, Тарта икән ниндәй йән?

Балан йыйҙым баландарҙан Һыйланырға ҡыштарын.

Ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып, Көҙ оҙата ҡоштарын...

Атайҙың орден, миҙалдары Атайымдың орден, миҙалдары Күкрәгендә сыңлай ҡайһы саҡ.

Шул сыңлауҙа – атайымдың яу юлы, Ауыр йылдар, беҙҙең бала сак.

Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй, Ҡыйыу алышҡан ул, ул данлы...

Төштәремә һуғыш килеп инә, Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны.

Ейәнемдең бишегенә киләм, Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә...

Гүйә, атайым да – яу ҡырында, Ҡайнар йәшем тама мендәргә.

Яралы шинель Атай хаттары, Бүреге иҫән – Һуғышта булған.

Йондоҙло бүрек Яртылаш янған, Ялҡында ҡалған.

Өсмөйөш хаттар, Иҫән бит улар, Атай һүҙҙәре.

Иҫән шинеле, Яралы шинель, Пуля эҙҙәре.

Атай йәшендә Улдары иҫән.

Һүнмәҫ ут яна...

Ейәндәр – һалдат, Үҫкән ни ара?

Йөрәктә – яра...

Һалдат хаттары Оноторлоҡ түгел.

Музей түрендә Орден-миҙаллы Яралы шинель, Йондоҙло бүрек.

Еңеү байрамы Еңеү байрамы, Гөлдәр бәйләме!

Күк, ерем иҫән, Икмәкле табын.

Ғәзиздән-ғәзиз, Һин, тыуған яғым!

Һыуҙарға төшөп, Уттарҙа бешеп, Янған тәндәре!

Еңеү яулаған Батыр егеттәр, Ҡыйыу ҡыҙҙарҙың Нисек һуң хәлдәре, Хәлдәре нисек?

Һаҡлана музейҙар түрендә Өс мөйөш хаттары.

Ҙур Еңеү байрамы, Сәскәләр бәйләмгә бәйләнә.

Йә улар йыр булып йәшәйҙәр, Йә янар уттарға әйләнә.

ШИҒРИӘТ
Закрыть