Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 158.

157 2022 «Ватандаш» №7 Дилә БУЛГАКОВА Килендәр төшә шишмәгә, Силәкләп ала һыуын.

Шишмә янында һабантуй, Шишмә янында уйын.

Шишмә ярҙары – тал-тирәк, Әрәмә һандуғаслы.

Тал яп(ы)рағы кеүек йөрәк, Һин минең һандуғасмы?

Шишмә һыуҙарын эскәнгә Зифа булған буйҙарың.

Белмәгәнмен, күрмәгәнмен Ауылыбыҙҙа һин барын.

Сәбәп табып шишмәгә төш, Осрашырға баҫма бар.

Күк атымдың ялын үреп, Таҡһаң ине таҫмалар.

Шишмә буйҙары күңелле, Талдары һандуғаслы.

Мәңге бергә һайрашырлыҡ Һин минең һандуғасмы?

Ярты ай Бәхетлеләр йондоҙ һанай, Тәҙрәләр асыҡ.

Парлыларҙы яңғыҙ ҡарсыҡ Күҙәтте ҡасып.

Күҙ ҡарашын күтәрҙе лә Йондоҙло күккә, Йыйырсыҡтары юғалды, Йәшәрҙе күпкә.

Онотолоп хәтерләне, Йылмайып, кемен?

Ярты ай тәҙрәгә ҡунып Үткәрҙе төнөн.

Сөннәт бабай Әсәйемдең әйткәндәре иҫтә: Энекәшең тыуҙы күлдәктән!

Ҡыр(ы)ҡ көн үтеүгә, уны бирҙек Сөннәт бабайына сөннәткә!

Ауылдарҙан ауылдарға йөрөп, Сөннәтләгән Сөннәт бабайы.

Ауылдарҙа сөннәтле, бел, балам, Тирә-яҡтың һәр бер малайы.

Ипле һаҡал, камзул, түбәтәйҙә – Сөннәт бабайын мин хәтерләйем Рухына тип, һәр биш намаҙымда Доғаларым уҡыйым хәҙер.

Илһам донъям Тыуған ерем – баллы Башҡортостан, Һиңә тиңдәш тағы нимә бар? Шыршыларың үҫә йәй төҫөндә, Ҡыш аҡлығын һаҡлай ҡайындар.

Тыуған ерем – йөрәк ҡылым минең, Шишмәнән һыу эсәм – һыуһаһам.

Ергә ятып тыңлайым бишек йырын, Аҙан менән тыуа яңы таң.

Тыуған ерем – гөллө Башҡортостан, Һиндә генә шундай матурлыҡ!

Ғорур тауҙарыңдың таштары ла Мендәр итеп һалып ятырлыҡ.

Көҙ оҙата ҡоштарын Моңһоу урман, буш оялар, Көҙ ашыға, ваҡыт тар.

Тәбиғәттә беҙ белмәгән, Аңламаған ҡанун бар.

Урмандың барса кәкүге
Закрыть