Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 157.

2022 «Ватандаш» №7 156 Иген еткән мәлдә тыуғанмын мин Иген еткән мәлдә тыуғанмын мин, Ураҡ менән иген урғандар.

Ураҡ менән кендек киҫкән инәм, Элек шулай булған, туғандар.

Иген еткән мәлдә тыуғанмын мин, Бешкән мәлдә иген төшлөктә.

Итәгенә төрөп һалған әсәй Баҫыуҙағы киндер бишеккә.

Бишегемә тук башаҡтар баҡҡан, Йөҙгәнмен мин муллыҡ эсендә. Һулышымда шуға күкрәк һөтө, Икмәк төҫө генә сәсемдә.

Иҫке бишек хәҙер өй башында, Көмөш ураҡ тора соланда.

Туҡ башаҡтар өҫтәлемде биҙәй, Бишек йыры минең янымда.

Беҙ, моғайын, бөркөт нәҫеленән Мин тауҙарҙа ҡунаҡ булдым әле, Сәтләүектәр менән һыйландым.

Хайран торҙом хыялдарға батып, Тау моңдарын тыңлап уйландым.

Ғорур ҡоштар нәҫеленәндер беҙ, Баш осомда – тауҙар бөркөтө.

Ел осортоп килеп сәстәремә Бөркөт ҡауырһынын беркетте.

Быуат битен асып, телгә килһә, Һөйләр ине микән серҙәрен?

Бик беләһе килә үткәндәрҙең Һағыштарын, ғәҙел телдәрен.

Өфө Унда Өфө бар тип, дүрт миҙгел дә Үҙ итәләр, ахыры, был яҡты.

Салауатым ярҙан ҡулын һуҙып, Ҡаршы ала һәр бер ҡунаҡты.

Әйтә һымаҡ: – Уңыш юлдаш булыр, Аҡ ниәттән ҡорһаң юл башын!

Баш ҡалама аҡ юл һалып килгән, Бәхет алып килгән юлдашым, Ағиҙелем, гүйә ебәк таҫма, Йондоҙҙары – күктең һипкеле.

Тау башында минең Өфөм тора, Аҡ бәхеткә һәйкәл шикелле.

Баллы Башҡортостан Башҡортостан –ҡунаҡсыл яҡ, Ул беҙҙең изге йола.

Баллап ҡына сәйҙәр эсһәң, Тәнеңә шифа була.

Йәшәртә лә, дауалай ҙа Гәрәбәләй балыбыҙ.

Йүкә балы, сәскә балы – Күстәнәскә алығыҙ.

Кәрәҙ баллы төйәк тигән, Таралған бит даныбыҙ.

Миҙалдарға лайыҡ булды Башҡортостан балыбыҙ!

Талдары һандуғаслы Һеҙҙә шишмәләр туңамы?

Беҙҙә туңмай ағалар.

Туңмай, тынмай аға шишмә, Ер һулышылыр улар.

ШИҒРИӘТ
Закрыть