Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 155.

2022 «Ватандаш» №7 154 һуҡманы. Хәҙерге ваҡытта танылыу тапҡан «Партбилет», «Баһадир» һымаҡ хикәйәләрем дә тәүләп гәзиттәрҙә донъя күрҙе. Хикәйәсе булараҡ формалашыуым өсөн тулыһынса тиерлек «Шоңҡар» журналына һәм уның тәүге мөхәррире Таңһылыу Ҡарамышева менән яуаплы сәркәтибе Закир Зиннәтуллинға бурыслымын, тип әйтһәм дә яңылыш булмаҫ. Улар заказ биреп, үҙҙәре һорап яҙҙырта торғайны. Ә Динә Талхина рухландырмаһа, тәүге китабымды ла сығара алмаҫ инем, тип уйлайым. Хәйер, был мине бер ваҡытта ла үтә көйҙөрмәне, сөнки, беренсенән, үҙемде күберәк публицист итеп тоя инем, икенсенән, нимә генә яҙһам да уҡыусылар яратып ҡабул итә торғайны. Әлегә тиклем был минең өсөн бөтә нәмәгә ҡарағанда ла мөһимерәк. Китапханаларҙа теткеләнеп, иҫкереп бөткән китаптарымды күрһәм, быны иң ҙур бүләк тип ҡабул итәм. Әлеге ваҡытта, минең ғүмер тантанаһына бәйле әңгәмәләрҙең барыһында ла иң башта дан-дәрәжәләрем тураһында һорайҙар. Ул йәһәттән артыҡ маҡтанырлығым юҡ. Шул уҡ ваҡытта көйөнөрлөк тә түгел. Дан ҡаҙанмауҙың йәшәү өсөн ифрат ҡулай яғы бар – үҙең булып ҡалырға, ирекле булырға мөмкинлек бирә.

Илһамдан айырмаһын да, һаулыҡ бирһен. Яҙыусы, ғүмүмән, ижад кешеһе, иң ҙур бүләкте үҙенә үҙе генә эшләй ала – кешеләр күңеленә юл яра алған әҫәр яҙаһың икән, тимәк, һин бәхетле. Был йәһәттән әлегә зарланырлығым юҡ. – Киләсәккә ниндәй ниәттәр менән йәшәйһегеҙ?

– Ниәттәр күп инде ул. Шулай ҙа бер үтә ҙур, үрелеп буй етмәҫлек арманымды әйтәйем: кәмендә миллион ярым башҡорт үҙебеҙҙең телдә, башҡортса уҡырлыҡ әҫәр яҙырға теләр инем. Мине башҡа телдәргә тәржемә ителеү, бүтән милләт вәкилдәренең уҡыуы артыҡ ҡыҙыҡһындырмай. Яҙыусылыҡ бурысымды башҡорттоң мәнфәғәттәрен яҡтыртыу, башҡортҡа үҙ теленең хазина икәнен күрһәтеү, уның һутын, татын, моңон тойҙороу һәм үҙебеҙҙең рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу, йәш быуынды шул рухта тәрбиәләүҙә күрәм. – Гөлсирә апай, ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлап алып ҡалыуҙа Һеҙҙең дә өлөшөгөҙ тос булыр тип ышанабыҙ. Нияз АЛСЫНБАЕВ әңгәмәләште.

ӘҘӘБИ МӨХИТ
Закрыть