Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 154.

153 2022 «Ватандаш» №7 ҡурсалап, йылытып килә. Атайым менән әсәйем үтә егәрле, булдыҡлы кешеләр ине. Тирә-яҡҡа танылған баҡса үҫтерҙеләр, атайым бал ҡорто үрсетте. Әсәйемдең, ғөмүмән, ҡулынан килмәгән бер эше лә юҡ ине: оҫта тегә, матур-матур әйберҙәр бәйләп кейҙерә. Ә аш-һыуға оҫталығы тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Теләгәнде кейеп, теләгәнде ашап үҫкәнгәлер, моғайын, беҙҙең беребеҙҙә лә матди донъя менән үтә мауығыу юҡ. Атайым менән әсәйем беҙгә иң мөһим нәмәне – ярата белеүҙе мираҫ итеп ҡалдырған. Тормошто йәмләй торған был сифат арҡаһында апайым Земфира менән ағайым Салауат – өсөбөҙ ҙә бер-беребеҙгә ышаныс- лы терәк булдыҡ. Арабыҙға хатта хәләл ефеттәребеҙҙе лә индермәй, берҙәмлекте һаҡлап, бер һүҙле булып йәшәнек. Ошо тәрән туғанлыҡ хисен үҙем өсөн ифрат мөһим тип иҫәпләйем. Ҡыҙым Ләйлә менән улым Ренат – балаларым булыу менән бергә иң яҡын дуҫтарым, фекерҙәштәрем, ә ҡайһы ваҡыт ғәҙел тәнҡитселәрем дә. Мин һәр ваҡыт егелеп, мөкиббән китеп эшләгәс, командировкаларҙа күп йөрөгәс, уларға үҙаллы үҫергә тура килде. Хужалыҡта ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ. Миңә бер ваҡытта ла ауырлыҡ һалмай, яҡшы уҡынылар, юғары белем алдылар. Ләйлә – һөнәре буйынса коуч. Ренат – математик. Кейәүебеҙ Айрат та ғаиләбеҙ рухында тәрбиә алған, ихлас, үҫешкә ынтылып йәшәгән, тынғыһыҙ кеше. Ейәнсәрем Камилә менән ейәнем Данияр бәләкәй саҡта беҙ бөтәбеҙ бергә 45 кенә квадрат метрлы фатирҙа күмәкләшеп бергә йәшәй инек. Уларҙың иң тәмле ваҡыттарында эргәмдә булыуҙарына ҡыуанып бөтә алмай торғайным. Беҙ ғаиләлә башҡортса һөйләшәбеҙ. Шуға күрә телдәре лә әсә телендә асылды. Яҡшы уҡыйҙар, егәрлеләр. Йәй һайын каникулдарын ауылда үткәреп, беҙгә мал, ҡош-ҡорт ҡарашып, хеҙмәт хаҡына ҡыш буйы ашарлыҡ ит алып ҡайтып китәләр.

– Бер мәл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә, тәү сиратта Һеҙ – ижад кешеһе. Ә бына әҙәбиәт өлкәһендә ниндәй уңыштар бар? – Бәләкәйҙән журналист булырға хыялландым. Мәктәптә – шиғыр, университетта хикәйәләр яҙа башлаһам да, бөтөн ынтылышым гәзит репортеры булыу ине. Ун һигеҙ йыл «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләнем. Эшкә байрамға барғандай ҡыуанып йөрөй торғайным. Шуға күрә бик оҙаҡ йылдар минең өсөн публицистика мөһимерәк ине. Нәфис әҙәбиәттең тәмен һәм көсөн тулыһынса аңлар өсөн бик оҙаҡ ваҡыт кәрәк булды. Булмышым менән интровертмын, моғайын, шунлыҡтан мин күберәк үҙем өсөн, үҙемдең эске проблемаларымды хәл итер өсөн яҙам. Тимәк, иғтибарым үҙәгендә – ҡатын-ҡыҙҙың эске донъяһы. Бәлки, шул сәбәптәндер, яҙыусы ағайҙар ижадыма һәр ваҡыт эшкә һанамайыраҡ ҡараны. Яҙыусылар союзы яғынан да бер ваҡытта ла иғтибар тойманым, ә уның органы булған «Ағиҙел» журналы оҙаҡ ваҡыт хикәйәләремде һанға Нияз АЛСЫНБАЕВ
Закрыть