Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 153.

2022 «Ватандаш» №7 152 та – аҡса, ул хәйриә ойошмаһы түгел. Беҙҙең һымаҡ, илемә ярҙам итәм, кешеләргә яҡшылыҡ эшләйем тип кенә эш асыу – ҙур яңылышлыҡ. Аҡса эшләй алмайһың икән, теләйһеңме, теләмәйһеңме – ябылаһың. Улым – программист, математик, компьютерҙы һәйбәт белә. Мин әле ул ваҡытта проектта эшләйем, хеҙмәт хаҡым ярайһы ғына, өҫтәүенә пенсия ала инем, башҡа тәржемәләр ҙә күп булды. Саҡ ҡына буш ваҡытым булыу менән шул яратҡан шөғөлөмә тотонам, көндөҙ – икмәкхана, төндә – үҙемдең эшем. Ҡайҙа бында китап яҙырға ваҡыт! Хатта шунда ла япмаҫҡа тыры- шып маташтым әле. Ә улым менән икебеҙҙең хеҙмәт хаҡыбыҙ, пенсиям етмәй башлағас, барыбер ябырға тура килде. Уның ҡарауы был дыуамал һынау мине әйтеп бөтөргөһөҙ байытты – яҙыусы өсөн иң кәрәк нәмә – тормош тәжрибәһе бирҙе. Хәҙер мин күп нәмәгә бөтөнләй икенсе төрлө ҡарайым, тормошто күпкә тәрәнерәк аңлайым. Алһыу күҙлек кейеп, хыял ҡанаттарында осоп йөрөгән мәрәкә бер кешенән төплө фекер йөрөткән һәм башҡаларҙы ла, үҙемде лә ярайһы дөрөҫ баһалай белгән өлгөргән шәхескә әйләндем. Алтмышты үткәс! Ярай әле күңелемдә үҙемде теп-теүәл ике тапҡырға йәшерәк тоям. Шуға күрә һәр нәмә үҙ мәлендә, тейешле сәғәтендә киләлер, тип уйлайым. – Ғаиләгеҙ тураһында тулыраҡ һөйләп үтһәгеҙ ине.

– Ғаиләлә төпсөк баламын. Әйткәнемсә, ныҡ иркә булып, үҙемде ныҡ яратҡандарын тойоп үҫтем. Ошо тойғо мине ғүмере буйы һаҡлап, Ғаиләһе һәм дуҫтары менән ӘҘӘБИ МӨХИТ
Закрыть