Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 152.

151 2022 «Ватандаш» №7 Нияз АЛСЫНБАЕВ Беҙҙе боронғо йәһүд теленә өйрәткән уҡытыусыларҙың береһе: «Һеҙ ошо бөйөк китапты үҙ телегеҙгә бөтөн байлығы һәм тәрәнлегендә тәржемә итә алыуығыҙға ысынлап та ышанаһығыҙмы? Минеңсә, был абсурд», – тигәйне. Ошо һүҙҙәрҙе әйткән уҡытыусыма шул тиклем рәхмәтлемен. Уның туған телемдең мөмкинлегенә шикләнеп ҡарауы айырыуса сәмләндереп ебәрҙе, эшкә тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға мәжбүр итте. – Әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәһегеҙме?

– Әле эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәйем һәм артабан шөғөлләнергә яҙмаһын, тип теләйем. Ә ни өсөн шөғөлләнә башланым, тигән һорауға килгәндә инде... Голландияла Буркина-Фасонан Анне-Мари һәм Тогонан Джозеф Каобике менән бергә уҡыныҡ. Сит тарафта уҡыу – ул яңы дуҫтар ҙа, сөнки ят мөхиттә яңғыҙыңа бик ауыр. Армиянан ҡайтҡан егеттәр ҙә бит үҙҙәренең хеҙмәттәш дуҫтарын ғүмер буйы онотмай. Шуның кеүек. Уҡыуҙы тамамлап, үҙ илдәребеҙгә таралышҡас, улар мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡырҡ көн Африкала булыу дәүеремдә мин ысын ярлылыҡтың, аслыҡтың нимә икәнен күрҙем. Буркина-Фасо айырыуса ярлы ил, сөнки унда ямғыр бик аҙ яуа, йылғалар күп түгел. Шуға күрә уларҙа үҙҙәренә етерлек ризыҡ үҫтереү мөмкин түгел кимәлендә. Уның баш ҡалаһы Уагадугуҙа мин бер аҙнаға яҡын ташландыҡ балалар приютында волонтер булып эшләгән белорус ҡыҙҙары менән йәшәнем. Шунда приют эргәһендәге дауаханаға ауылдарҙан килтерелгән, ас әсәләрҙән тыуған һәм имә лә алмаған ҡоро һөйәк балаларҙы күреп тетрәндем. Африканан Өфөгә ҡайтыуым – Па- рижда һәм Мәскәүҙә бер самолеттан икенсе самолетҡа күсә-күсә килгәс – 30 сәғәт тәшкил итте. Ҡайтып еткәнсе иланым, үҙ илемә ҡайтыуыма, халҡым барлығына ҡыуаныстан. 40 көн эсендә үлә яҙып һағынғайным һәм тетрәнгәйнем. Шунда киләсәгебеҙҙе уйланым. Завод-фабрикалар ябылды, колхоз-совхоздар тарҡалды. Сеймал һатып ҡына күпме йәшәргә мөмкин? Беҙҙең ейәндәребеҙгә лә аслыҡ янамаймы? Улым Ренат БДУ- ның математика факультетынан һуң аспирантура тамамлап ҡына йөрөй ине, киттек, тинем, йәнәһе, ауылды күтәрәбеҙ, эш урындары булдырабыҙ. Ысынбарлыҡ иһә күпкә аяуһыҙыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Икмәкхана асып, дүрт йыл хитланғандан һуң, арып-талып, ауырыуға һабышыу сигенә етеп, уны ябырға мәжбүр булдыҡ. Был осором тураһында айырым роман яҙырлыҡ. Бәлки, берәй заман яҙырмын да... Ә әлегә хатта иҫкә алыу ҙа ауыр. Ҡайһы бер мәлдәр тураһында саҡ-саҡ көлөп һөйләрлек хәлгә киленде. Ул дәүерҙә алған күңел яраларын шифалар өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк булды. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, шундай һығымталар яһаным. Эшҡыуарлыҡ – ул шулай уҡ тыумыштан бирелгән һәләт. Ул тормош рәүеше. Шуға күрә бизнесыңды күңелеңә яҡын даирәлә, ҡулыңдан килгән, яратҡан эшең буйынса асырға кәрәк. Бизнес ул иң беренсе сират-
Закрыть