Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 151.

2022 «Ватандаш» №7 150 – Ә Һеҙҙең Библияны тәржемә итеүегеҙгә беҙҙең халыҡ, башҡорттар, нисек ҡарай? – Төрлөсә. Күпселек аңлап ҡарай: был китаптар йыйылмаһы кешелек мәҙәниәте хазиналарының береһе. Ул Европа цивилизацияһы төҙөлгән нигеҙҙең ҙур өлөшөн тәшкил итә. Көнбайыш философияһы, әҙәбиәте, сәнғәте Библия менән тығыҙ бәйләнгән. Дин күҙлегенән ҡарағанда ла, ул Ибраһим ғәләйһиссәләмдең диндәре тип йөрөтөлгән иудаизм, христиан һәм ислам диндәренең инеше булып тора. Ғөмүмән, аңлы кешегә һәр төрлө белемгә асыҡ булырға кәрәк. Сөнки әҙәм балаһы, хатта иң алдынғы ҡарашлы, белемле булһа ла, бик сикләнгән. Беҙ тәрбиә, үҙебеҙ үҫкән мөхит, тормош шарттарынан сығып ҡына фекер йөрөтә алабыҙ. Шуға күрә һәр кемгә бары беҙ генә дөрөҫ эшләйбеҙ, донъя кендеге – беҙ, тип уйлау хас. Был – тәбиғи. Әммә һуңғы йылдарҙа ғына дингә табан юл алған һәм үҙҙәрен иң хаҡ мосолман тип һанаған йәштәр беҙҙең эште мөртәтлек, исламға хыянат тип баһалай. Бер ҡараһаң, аңлашыла, неофиттар, йәғни дингә яңы ғына ылыҡҡан кешеләргә ҡәтғилек хас. Социаль селтәрҙәр менән мауыҡмаһам да, ҡайһы бер форумдарҙы, төрлө материалдарға комментарийҙарҙы ҡарап барам, был йәмғиәттең тын алышын, кимәлен тойорға ярҙам итә. Мин дин белгесе түгел, ә тәржемәсемен. Уны мин замандар һәм халыҡтар араһындағы бер күпер һымаҡ күрәм. Аллаһы Тәғәлә бер һәм Ул яратып яратҡан был донъяла Ул бар ҡылған Әҙәм менән Һауаның бихисап балалары ҡайһы яғы менән бер- береһенән айырыла тигәнде төпсөрләп тикшереү түгел, ә беҙҙе нимәләр тоташтыра тигәнде өйрәнеү яғындамын. – Донъя кимәлендәге дини әҫәрҙәрҙе юғары кимәлдә тәржемә итеү айырым бер яуаплылыҡ талап итәлер?

– Беҙҙең өс тәржемәсе һәм ике мөхәррирҙән торған төркөмдө Санкт- Петербургта был эшкә махсус рәүештә өйрәттеләр. Уҡытыусылар араһында донъя кимәлендәге тәрән белемгә эйә булған танылған белгестәр бар ине. Шулай уҡ компьютерҙа тәржемә һәм мөхәррирләү өсөн тәғәйенләнгән ике махсус программала эшләргә өйрәндек. Беҙҙән башҡа бүрәт, осетин, яҡут, таулы алтай проекттары ла бар ине. Ундағы һөнәрҙәштәр, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Германия, Голландия, Бөйөк Британия, Финляндия белгестәре менән эшләү шәхес булараҡ та үҫтерә, үҙеңдең кимәлеңде самаларға, баһаңды белергә өйрәтә. Төрлө ил һәм милләт вәкилдәре менән тығыҙ аралашып эшләгәндә уларҙың береһенән дә кәм түгеллегеңде аңлайһың. Иң мөһиме туған телеңдең ни тиклем бай һәм матур икәненә инанаһың. ӘҘӘБИ МӨХИТ
Закрыть