Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 150.

149 2022 «Ватандаш» №7 Нияз АЛСЫНБАЕВ һөйләшергә мәжбүрбеҙ. Ә үҙ-ара башҡортса һөйләшәбеҙ. Хужабикә беҙгә ҡолаҡ һалып ултырҙы ла Ләйләнән: «Ә һин рус телен беләһеңме?» – тип һорап ҡуйҙы. Томас көлөп ебәрҙе: «Рәсәйҙә рустарҙан башҡа бөтә халыҡтар ҙа ике телле», – тине. Уның тауышында яңғыраған ихтирам һәм беҙҙең өсөн ғорурлыҡҡа аптырап иғтибар иттем. Ә бит беҙ быны ғорурланыр нәмә тип иҫәпләмәйбеҙ ҙә, хатта туған телде белеүебеҙҙе кәмселек, тик русса ғына һөйләшеүҙе шәплек тип ҡабул итәбеҙ. Шул саҡтан алып, минең балаларым русса ғына һөйләшә, тип эре ҡыланған ата-әсәләрҙе ишетһәм, күңелемде әрнеү сыйып үтә. Ә Библияны башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара проектҡа эләгеүемде оло бәхеткә һанайым. Боронғо йәһүд телендә «Хесед Адонай» тигән һүҙбәйләнеш бар. Башҡорт теленә беҙ уны «Раббының бөтмәҫ-төкәнмәҫ, икһеҙ-сикһеҙ мөхәббәте» тип тәржемә иттек. Ошо проектта эшләүемде «Хесед Адонай» тип иҫәпләйем һәм бының өсөн ҙур яҙыусыбыҙ Әмир ағай Гәрәевҡа рәхмәт уҡыйым. Был проектҡа ул йәлеп итте. Заманында мөкиббән китеп, баш көллө сумып китап нәшриәтендә эшләп йөрөй инем. Бер көндө ул бер битлек кенә текст ҡалдырып китте. Аҙаҡтан белеүемсә, ул Тәүраттың тәүге китабы Башланмыштың беренсе бүлеге булған. Мин уға әһәмиәт бирмәгәнмен, Әмир ағай бер аҙнанан тәржемәне алырға килһә, мин ул ҡағыҙҙы хатта таба ла алманым. Ул йәнә ҡалдырҙы. Бер аҙнанан килеүенә – шул уҡ хәл. Өсөнсө тапҡыр бер аҙнанан киләсәген әйтеп киткәс, уның сал сәсенә ихтирам йөҙөнән һәм оялыштан ғына тәржемәләп ҡуйҙым. Ул әлеге тексты бик күп кешеләргә өләшеп сыҡҡан булған икән. Бына ошо эшебеҙ һөҙөмтәһендә ун ике кеше- не һайлап алдылар һәм Санкт-Петербургҡа тәүге семинарға саҡырҙылар. 1998 йылда башланған эш 2021 йылға тиклем һуҙылды, әле китап сығырға тора. Һуңғы корректураһын уҡыйбыҙ. Әмир ағай Гәрәев төркөмгә ныҡ көслө тәржемәселәрҙе туплаған. Башта унда өлкән яҙыусы Агиш Ғирфанов, энциклопедик белемгә эйә булған Аҫылғужа Баһуманов бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар иртә китте. Проекттың башынан аҙағына тиклем эшләгән Тәнзилә Ишкинаны Башҡортостанда иң көслө тәржемәселәрҙең береһе тип һис икеләнмәй әйтергә була. Менәүәрә апай Ислахованың тәржемәләре иҫ киткес халыҡсанлығы менән һоҡландырғыс килеп сыҡты. Мөхәррир Әлфиә Аҡбутина тәржемәсе булараҡ та, мөхәррир булараҡ та Башҡортостанда иң көслө, тәрән белемле белгестәрҙең береһе. Мөхәррир Хәмиҙә апай Минһажетдинованың башҡорт энциклопедияһын әҙерләүҙә туплаған тәрән белеме, тәжрибәһе был проектта ла ҙур ярҙам булды, глоссарий төҙөү ҙә, терминология менән эшләгән дә ул. Һөҙөмтәлә тел йәһәтенән дә, йөкмәткене бөтә тәрәнлегендә биреү яғынан да төплө, заманса тәржемә эшләүгә ирешә алдыҡ.
Закрыть