Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 149.

2022 «Ватандаш» №7 148 тейеш түгелмен. Кемдәргәлер был яңғырауыҡлы һүҙҙәр булып ишетелер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең ысынбарлығыбыҙ. Ул ғына ла түгел, әле беҙ был көрәштә һәр йәһәттән еңелеп барабыҙ. Бында мин шәхсән үҙемде лә ғәйепле һанайым. Иблис ялсылары ун ялған китап яҙған арала, мин һуңғы осорҙа хатта бер тоғро китап та яҙмағанмын. Артабан яҙыуға күберәк ваҡыт бүлергә тырышырмын, тип торам. – Һеҙҙе журналист һәм яҙыусы булараҡ беләбеҙ. Ләкин кинәт тәржемә менән шөғөлләнә башлауығыҙ күптәр өсөн көтөлмәгән хәл булды. Өҫтәүенә, дини китаптарҙы башҡортсаға әйләндереү...

– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ – барыбыҙ ҙа бәләкәйҙән үк тәржемәсе. Ике телле халыҡ вәкилдәрен тәржемәсе булырға тормош үҙе мәжбүр итә. Был – бер телле халыҡтар алдында беҙҙең бик ҙур өҫтөнлөгөбөҙ. Тик уны үҙебеҙ генә аңлап һәм баһалап бөтөрмәйбеҙ. Үҙебеҙ теләп оло хазинабыҙ – туған телебеҙҙән ваз кисәбеҙ, балаларыбыҙҙы ошо байлыҡтан мәхрүм итәбеҙ. Был – һуңғы йылдарҙа мине иң әсендергән мәсьәләләрҙең береһе. Ошо юҫыҡта бер ваҡиға иҫкә төштө. Голландияла уҡып йөрөгән сағымда ҡыҙым Ләйлә ейәнсәрем менән ҡунаҡҡа килде. Шул саҡ Томас Каут, беҙҙең проекттың консультанты – оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, дуҫлашып китәһең – Германияның Гох ҡалаһына, әсәһе фрау Гертрудҡа ҡунаҡҡа саҡырҙы. Фрау элек инглиз теле уҡытыусыһы булған, ул телдә иркен һөйләшә. Ҡыҙым менән мин дә, немец телен белмәгәс, инглизса ӘҘӘБИ МӨХИТ Китап уҡыусылар менән осрашыуҙа
Закрыть