Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 148.

147 2022 «Ватандаш» №7 – Гөлсирә Мирза ҡыҙы, 65 йәшлек күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылайһығыҙ. Бына ошо ваҡыт эсендә ниәт иткән эштәрегеҙҙең күпмеһен тормошҡа ашырып өлгөрҙөгөҙ? – Был тормош мауыҡтырғыс бит ул. Аллаһы Тәғәләнең йөрөткән юл- дарын аңлап-белеп бөтөрлөк түгел, тигәндәй, һин бер нәмә ниәт итәһең, ә уға илткән юлың икенсе яҡҡа бороп алып китә лә һинең ысын теләгеңә алып барып еткерә. Мин ауылыма эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ниәте менән ҡайтҡайным. Йәнәһе икмәк цехы асып, эш урыны булдырабыҙ, ә үҙебеҙ ҡалаға кире ҡайтабыҙ. Һөҙөмтәлә, икмәкхананы яптыҡ. Уның ҡарауы ауылда төпләндем, өй һалып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, кинәнес табам. Ә бит был тәүҙә башҡа ла инеп сыҡҡан нәмә түгел ине. Хәҙер ауылыбыҙҙы уратып алған йомро ғына, йәтеш кенә тауҙарға ҡарайым да: «Был тауҙарһыҙ нисәмә йыл нисек йәшәнем икән?!» – тип аптырайым. Ниәт иткәндәрем барыһы ла тиерлек тормошҡа аша бара. Бәләкәйҙән хыялланған һөнәремә эйә булдым, журналистикала ең һыҙғанып эшләнем, китаптар сығарҙым, телдәр өйрәндем, донъяның күп илдәрендә турист рәүешендә түгел, эш буйынса булдым, бик күп милләт вәкилдәре менән яҡындан аралаштым, дуҫлаштым. Бер нисә хәтәр шәп мөмкинлекте ысҡындырҙым һымаҡ үкенесем бар ине. Торараҡ аңланым: Аллаһы Тәғәлә мине алдағы мулыраҡ игелектәре өсөн һаҡлаған булған. Иң мөһиме, ғаилә ҡорҙом. Улым менән ҡыҙым, ейәнсәрем менән ейәнем бар. Аллаға шөкөр, тип әйтергә була. Артабан да ҙур-ҙур пландарым, хыялдарым бар. Әгәр ҙә теләк ихлас икән, уларҙың тормошҡа ашыуына ғаләм үҙе ярҙам итә. Мин быға ныҡ ышанам, һынағаным да бар. «Инаныуығыҙға ҡарап бирелер», – тигән Ғайса пәйғәмбәр. – Бөгөн Һеҙ нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ? Яҙышып буламы?

– Ете йылдан ашыу бер нәмә лә тип әйтерлек яҙманым, илһам ки- леп-килеп әйләнһә лә, уйлауҙан туҡтамаһам да, бер әҫәрҙе лә тамамла- маным. Үткән көҙ ҡабаттан яҙып алып китеү бик ҡыйын булды. Назар ағай Нәжмиҙең: «Ижад ул домна мейесе һымаҡ. Уны бер һүндерһәң, яңынан тоҡандырып ебәреүҙәре еңел түгел», – тигәне дөрөҫ икән. Әле иһә яҙырға тотондом. Яҙыусыларҙың түл йыйыу, шунан күңелде буша- тыу тигән мәлдәре була. Әле мин шуның икенсеһе хәлендәмен. Башлап ҡуйған байтаҡ хикәйәләрем бар, яртылаш яҙылған ҙур әҫәрем өҫтөндә эшләйем, бер повесты тамамлап киләм. Әле донъяла кешеләрҙең зиһене һәм күңеле, тимәк, йәне өсөн дә изге һәм яуыз көстәр араһындағы көрәш үтә ныҡ киҫкенләште. Башҡорт яҙыусыһы булараҡ, мин халҡымдың рухи байлығы, уның ҡиммәттәре өсөн был алышта ситтә тороп ҡалырға Нияз АЛСЫНБАЕВ
Закрыть