Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 142.

141 2022 «Ватандаш» №7 Илшат ЯНБАЕВ Г.Гәрәева, Х.Ғосман, С.Поварисов кеүек ғалимдар һәм С.Агиш, Х.Ғиләжев ише ҡәләмдәштәре ваҡытында лайыҡлы баһа биргән. Яҙыусының художество мираҫы әҙәбиәтсе һәм фольклорсы ғалимдар өсөн генә түгел, ә телселәр, эт- нографтар, социологтар өсөн дә бай ҡаҙна, ҡыҙыҡлы тикшеренеү майҙансығы булып тора. Кирәй Мәргәндең әҫәрҙәре рус, болгар, по- ляк, чех, немец, инглиз, япон, ҡытай телдәрендә баҫылып сыҡҡан [1, 39], әҙәби һәм ғилми эшмәкәрлеге хаҡында «Октябрь», «Новый мир», «Литература и жизнь», «Народы Азии и Африки», «Дружба наро- дов», «Советская тюркология», «Литературная газета», «Литера- турная Россия» һымаҡ абруйлы гәзит һәм журналдарҙа рецензиялар донъя күргән [11]. Бар ғүмерен халыҡ тыуҙырған аҫыл гәүһәрҙәрҙе бөртөкләп йый- ған, уларҙы ентекләп тикшереп, ғилми яҡтан өйрәнеп, туған мил- ләтенә кире ҡайтарыу кеүек изге эштәрҙе башҡарыуға, милли журналистиканы, әҙәбиәтебеҙҙең бөтөн тармаҡтарын үҫтереүгә арнаған арҙаҡлы Кирәй Мәргән талантлы, мәргән һүҙле, фиҙакәр ғалим, халыҡ күңеленә сәйәхәт ҡылыусы юламан, эҙәрмән әҙип, иманлы, кешелекле, ярҙамсыл, изге күңелле, күркәм холоҡло шәхес булараҡ замандаштары хәтерендә һаҡлана.

Әҙәбиәт 1. Актуальные проблемы современной башкирской филологии и творческое наследие профессора А.Н.Киреева: Материалы Всероссийской научно- практической конференции (с меж- дународным участием). – Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. – 468 с.

2. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энцик- лопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе./ Баш мө- хәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: «Баш- ҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. – 696 бит, һүрәттәре менән.

3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 4-се том. – Өфө: Китап, 1993. – 446 б.

4. Вахитов Ә.Х. Башҡорт проза- һының жанр-стиль ҡанундары. – Өфө: Китап, 2007. – 464 б.

5. Кирей Мэргэн. Тайна Караидели. – Уфа: Информреклама, 2006. – 160 с.

6. Кирәй Мәргән. Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. – 399 б.

7. Кирәй Мәргән. Мәңгелек шишмә. – Өфө, 1978. – 189 б.

8. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Башҡорт дәүләт университеты баҫма- һы, 1982. – 244 б.

9. Кирәй Мәргән. Бөркөт ҡанаты: Роман. Беренсе һәм икенсе китап. – Өфө: Китап, 2005. – 384 б.

10. Кирәй Мәргән. Бөркөт ҡанаты: Роман. Өсөнсө һәм дүртенсе китап. – Өфө: Китап, 2005. – 384 б.

11. Ученый и писатель Ахняф Нурие- вич Киреев (Кирей Мэргэн). Автор- составитель – проф. Р.Н.Баимов. – Уфа: БашГУ. – 27 с.

Закрыть