Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 141.

2022 «Ватандаш» №7 140 (1981–1985) – яҙыусы Кирәй Мәргән ижадының кульминацияһы. Профессор Р.Әхмәҙиев һүҙҙәре менән баһалағанда, был романдың яҙылыуы Әхнәф Кирәевтың «иң оло фиҙакәрлеге, улай ғына ла түгел, гражданлыҡ ҡаһарманлығы булды» [1, 117]. Әҫәр һуңғы тапҡыр 2005 йылда ике китапта, «Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә» символы аҫтында, оло тарихи ваҡиғаны дәүләт кимәлендә билдәләү программаһы сиктәрендә баҫылып сыҡты [9, 10]. «Тарҡалыш», «Аманат», «Шарт- лау» һәм «Юлдар» тип исемләнгән дүрт үҙаллы китаптан торған был эпик әҫәрҙә башҡорт халҡы- ның XVI быуат урталарындағы ҡатмарлы тормошо, көнкүреше бәйән ителә. Был осор Рәсәй һәм Башҡортостан тарихында ғәйәт ҙур һәм ҡаршылыҡлы урын биләй. Ҡазан ханлығы, Нуғай урҙаһы һәм Себер ханлығы ҡулы аҫтында ҡалып, бүлгеләнеп, сәйәси яҡтан тарҡау, иҡтисади йәһәттән ҙур яһаҡтар менән баҫылған, һәр төрлө ырыу-ара ыҙғыштар арҡаһында миктәгән башҡорт ҡәбиләләре, Ҡазан ханлығын Аҡ батша (Иван Грозный) баҫып алғандан һуң үҙҙәренең вәкил-илселәре аша бәйләнеш бул дырып, Рәсәй дәүләтенә барып ҡушылалар. Яҙыусының тиҫтәләгән йылдар эсендә туплаған халыҡ ижады ха- зиналары, ҡиммәте бер ниндәй хаҡ менән дә баһалап бөткөһөҙ гүзәл ҡомартҡылар романдың тарихи ерлеген нығытыуҙа, халыҡтың аң кимәлен, рухи хәләтен, көнкүрешен һүрәтләүҙә, художестволы донъя, шул осорҙағы Башҡортостан об- разын, типик картиналар тыу- ҙырыуҙа, әҫәрҙәге сюжеттарҙың мажаралылығын көсәйтеүҙә ифрат урынлы һәм оҫта файҙаланыла. Төрлө мауыҡтырғыс легенда-ри- үәйәттәр, ырыу-ҡәбилә тарихта- рын аҫраған шәжәрә текстары, фәһемле хикәйәттәр, тапҡыр һәм тос йөкмәткеле афористик ижад өлгөләре, ыҙан-йола менән бәйле башҡа поэтик саралар әҫәрҙең юғары художестволылығын тәьмин итһә, документаль сығанаҡтар, архив материалдары, халыҡ хәтеренән яҙмаға күсерелгән башҡа текстар тарихи үткәндәрҙе объектив күҙалларға, реалистик планда ҡабул итергә булышлыҡ итә. Халыҡ йолалары, күп кеше ҡатнашлығында үткәрелгән йы- йындар, байрамдар, ғөрөф-ғәҙәт, этнографик картиналар халыҡтың дөйөмләштерелгән образын тыуҙырыуға ярҙам итә. * * * Кирәй Мәргән күп томлы «Баш- ҡорт халыҡ ижады», биш томлыҡ «Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә», «РСФСР халыҡтары фольклоры» һ.б. фундаменталь баҫмаларҙың мөхәрририәт ағзаһы булды [2, 336].

Әхнәф Нурый улы Кирәевтың күп ҡырлы, емешле ижадына Ә.Сөләймәнов, Ф.Нәҙершина, Ғ.Хөсәйенов, К.Әхмәтйәнов, Ғ.Ра- мазанов, С.Сафуанов, Р.Байымов, Т.Килмөхәмәтов, З.Шәрипова, ХӘТЕР
Закрыть