Ватандаш_№07_(15_Июль_2022). Страница 140.

139 2022 «Ватандаш» №7 Илшат ЯНБАЕВ «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпостарҙың йоғонтоһонда яҙыл- һа, икенсеһендә халыҡ араһында киң таралған әкиәттәр һәм көлә- мәстәрҙең төп геройы үҙәккә ҡуйыла [3, 384].

«Нарыштау итәгендә» романы 1950-се йылдарҙа заман темаһын киң ҡоласлы әҫәрҙәрҙә асыу күберәк нефтселәр тормошон тасуирлау аша тормошҡа ашырылды. Был йәһәттән К.Мәргәндең «Нарыштау итәгендә» романы (1951) әҙәбиәт тарихында һиҙелерлек урын тота. «Ҡала иртәһе» (1947) пьесаһында, билдәле быраулау мастеры Купри- янов һәм уның бригадаһы хаҡында һөйләгән «Атаҡлы мастер» (1949) очергында уҡ буласаҡ роман сюжетының айырым һыҙыҡтары билдәләнеп ҡуйылғайны. Был әҫәрҙең конфликты геройҙарҙың коллектив хеҙмәткә булған мөнә- сәбәте ерлегенә таяна, мораль-этик планда хәл ителә. Хикәйәләүҙә публицистик ағым өҫтөнлөк иткән был романда үҙәк сюжет һыҙығын нефтселәр ҡалаһына һөнәрселек училищеһын тамамлап ҡайтҡан йәштәр иҫәбенә яңы ойошҡан бы- раулаусылар бригадаһының ысын коллективҡа әүерелеүен тасуирлау билдәләй, шулай уҡ, һуғыштан һуңғы әҙәбиәткә хас булғанса, етәксе менән коллектив араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә айырым проб- лема итеп сығарыу маҡсаты ҡуйы- ла. Әҫәрҙә республикабыҙҙың көнбайышындағы Нарыш тауы итәктәрендә нефть сәнәғәтенең барлыҡҡа килеүе, яңы ҡаланың нигеҙләнеүе, тәүге нефттең ер аҫты- нан бәреп сығыуы һымаҡ ваҡиғалар һөйләнелә. Яңы төҙөлөш тәр фонын- да яңы ҡарашлы, заманға ярашлы эшселәр синыфының формалашы- уы, йәштәр йөҙөндә яңы характер һыҙаттарының нығына барыуын күрһәтеүҙә уңышлы ынтылыш яһала. Дөрөҫ, М.Кәримгә эйәреп, ғилми әҙәбиәттә романдың тормоштағы етешһеҙлектәрҙе шымартып һү- рәтләүе, конфликт йомшаҡлығы менән бәйле кәмселекле яҡтары ла айырым күрһәтелде [3, 374; 4, 229–233]. Нисек кенә булмаһын, заман темаһын роман жанрында беренселәрҙән булып күтәреүе «сиҙәмсе» Кирәй Мәргәнгә оло мәртәбә генә өҫтәй. Профессор Г.Гәрәеваның ғәҙел баһалауынса, роман «ваҡытҡа йәйелеү» иҫәбе- нә түгел, ә «ваҡытҡа тәрәнәйеү», «күп планлылыҡҡа ынтылыш, бер үҙәк геройҙың ғына түгел, башҡа байтаҡ персонаждарҙың да тормо- шо һүрәтләнеүе», «көнүҙәк мәсьә- ләләрҙе яҡтыртыуы менән новатор әҫәр булды» [1, 33].

«Бөркөт ҡанаты» тарихи романы 1960–1970 йылдарҙа ныҡыш- малы ижад һәм аҡыл эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булып донъяға сыҡҡан «Бөркөт ҡанаты» тарихи романы
Закрыть